

Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Д.Р.Хисамова, райондың йәштәр эше, физик культура һәм спорт буйынса комитет рәйесе А.В.Тиунова менән райондың ветерандар Советы рәйесе М.Ә.Лоҡманова сәләмләне. Спартакиаданы асыу тантанаһында өлкән йәштәгеләргә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” нормативтарын яҡшы тапшырған өсөн “алтын”, “көмөш” һәм “бронза” билдәләре бирелде. Артабан йыйылма командалар араһында үҙ-ара сәмле уйындар башланды.
Ҡатнашыусылар исемлегенә хаҡлы ялдағы граждандар инде. Улар пневматик мылтыҡтан атыу, шахмат, өҫтәл теннисы, дартс һәм еңел атлетика буйынса ярыштарҙа көс һынашты. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса иң күп мәрәйҙе ҡыҙыл еҙемдәр йыйып, тәүге баҫҡысҡа күтәрелде. Икенселә – арх-латыштар, өсөнсөлә – тәүәкәстәр. Еңеүселәр Маҡтау ҡағыҙҙары, кубоктар һәм миҙалдар менән бүләкләнде.