Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
4 Июнь 2025, 10:20

Көнүҙәк һорауҙар ҡаралды

Ошо көндәрҙә район Советының алтынсы саҡырылышының сираттағы ултырышы уҙҙы. Кәңәшмәлә район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин, район Советы секретары Фәйез Йортомбаев, урындағы депутаттар, район хакимиәте белгестәре, бүлек мөдирҙәре, ойошма һәм предприятие етәкселәре ҡатнашты. 

Йыйылышта йәмғеһе дүрт мөһим мәсьәлә ҡаралды. Иң тәүҙә район хакимиәте башлығы урынбаҫары Любовь Губачева 2024 йылға бюджеттың үтәлешен раҫлау буйынса сығыш яһаны. Артабан районда беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү тураһындағы мәғлүмәт менән үҙәк район дауаханаһының баш табибы Юлай Мәзитов таныштырҙы. Балалар һәм үҫмерҙәрҙең йәйге ялын ойоштороу хаҡында мәғариф бүлегенең методик кабинеты мөдире Лариса Эгит һөйләне. Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы дикторы, яҡташыбыҙ Нәилә Ғәләүетдиноваға райондың почетлы гражданины исемен биреү буйынса район Советы секретары Фәйез Йортомбаев сығыш яһаны.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас