Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
4 Июнь 2025, 10:22

Ил сиге тыныс булһын

1918 йылдың 28 майында РСФСР Халыҡ комиссарҙары советы декреты менән Ил сиге һаҡсылары көнө  булдырыла. Пограничниктар Тыуған ил сиген һаҡлап ҡына ҡалмай, контрабанданы, законһыҙ рәүештә ҡорал менән сауҙа итеүҙе, легаль булмаған миграцияны иҫкәртеү, сик буйында төрлө ҡораллы енәйәтселәр ойошмаларын асыҡлау кеүек үтә яуаплы эштәрҙе үҙ иңенә ала. Шуның өсөн дә улар элиталы ғәскәрҙәр рәтенә инә, уның ҡарамағына заманса ҡоралдар, караптар, техника бирелгән. 

Ил сиге тыныс булһынИл сиге тыныс булһын
Ил сиге тыныс булһын

Намыҫ, сабырлыҡ, ҡыйыулыҡ, юғары оҫталыҡ — һәр ил һаҡсыһының холоҡ һыҙаты булараҡ билдәләнә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, дошман менән тәүге булып, күҙмә-күҙ осрашҡан, һуңғы тамсы ҡандарына тиклем алышыусылар ҙа — сик һаҡсылары. Тап улар фашистарҙың СССР-ҙы тиҙ арала баҫып алыу планын селпәрәмә килтерә.

Ошо көндә район үҙәгендәге Еңеү паркында йәшел беретлылар йыйылды. Уларҙы районы хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин, райондың ветерандар советы рәйесе Мөнирә Лоҡманова һәм ил һаҡсыһы ветераны Кәүсәр Мортазин тәбрикләп, ил сигендә хеҙмәт итеүселәрҙең  еңел булмаған хеҙмәттәре, бурыстарына тоғролоҡтары, шулай уҡ именлегебеҙ өсөн рәхмәт белдерҙе. Сара Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың обелискыһына сәскәләр һалыу менән тамамланды.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас