Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
4 Июнь 2025, 10:24

Ғаиләм менән – шахматҡа!

Халыҡ-ара Ғаилә көнө һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 80 йыл уңайынан “Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубында шахмат һөйөүсе ғаиләләр араһында дүртенсе йыл рәттән турнир уҙҙы.

Ғаиләм менән – шахматҡа!Ғаиләм менән – шахматҡа!
Ғаиләм менән – шахматҡа!

Спорт сараһында өсәр – “Олатай һәм ейән”, “Атай һәм ул”, икешәр – “Атай һәм ҡыҙ”, берәр – “Инәй һәм ул” һәм “Ағалы-энеле” барыһы 10 йыйылма команда ҡатнашты. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса иң күп мәрәйҙе Мәзитовтар – беренсе, Морозовтар – икенсе һәм Фазлутдиновтар өсөнсө урынға сыҡты. Әлмөхәмәтовтар, Ғафаровтар, Иштуғановтар, Зәбировтар, Рәхимовтар, Клоковтар һәм Швейкиндар “Шахмат һөйөүсе ғаилә” номинацияһында билдәләнде. Еңеүселәр райондың йәштәр эше, физик культура һәм спорт комитеты тарафынан Маҡтау ҡағыҙҙары һәм махсус кубоктар алып ҡыуанды.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас