Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
4 Июнь 2025, 10:27

“Аҡтар” һәм “ҡаралар”ҙан кемдәр еңде?

“Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубында мәктәп уҡыусылары араһында  шахмат буйынса ярыш уҙҙы. Спорт сараһында 1-се һәм   2-се Архангел һәм Баҡалды йыйылма командалары үҙ-ара көс һынашты. 

“Аҡтар” һәм “ҡаралар”ҙан кемдәр еңде?“Аҡтар” һәм “ҡаралар”ҙан кемдәр еңде?
“Аҡтар” һәм “ҡаралар”ҙан кемдәр еңде?

Шәхси беренселектә беренсе таҡтала Мәзитов Руслан (Баҡалды) – беренсе, Ғафаров Алмаз (2-се Архангел) – икенсе, Морозов Петр (1-се Архангел)  өсөнсө урынды яуланы. Икенсе таҡтала Фазлутдинов Искәндәр (2-се Архангел ) бөтәһен дә еңеп – “алтын”, Иштҡуғанов Байрас (2-се Архангел) – “көмөш” һәм Насыров Динар (Баҡалды) “бронза” миҙалға лайыҡ булды. Өсөнсө таҡтала Зәбиров Аслан (1-се Архангел) – I, Меркулов Роман (2-се Архангел) – II, Мисюкова Виктория (1-се Архангел) III баҫҡысҡа күтәрелде. Дүртенсе таҡтала Сысоева Дианаға  (1-се Архангел) тиңдәр табылманы. Икенсегә Әлмөхәмәтова Әминә (2-се Архангел), өсөнсөгә Кожевникова Дарья (1-се Архангел) дәғүә итте.

Дөйөм мәрәйҙәр буйынса 1-се Архангел мәктәбе шахматсылары иң күп мәрәй йыйып – беренсе, 2-се Архангел – икенсе һәм Баҡалды спортсылары өсөнсө урынды биләне.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас