Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
29 Май 2025, 10:00

Театр “Халыҡ” исемен раҫланы

Абҙан ауылының “Өмөт” халыҡ театры – тамашасыларын һәр саҡ һоҡландырып, тормошҡа йәм өҫтәп йәшәгән коллектив. Театрҙың тамыры бик тәрәнгә, 1954 йылдарға, барып тоташа. Тап шул йыл Хәлимйән Кинйәғолов Абҙанда драма түңәрәген ойоштора. Ул үҙе гармунда ла уйнай, режиссер ҙа, ролдәрҙе лә башҡара, ауыл таланттарын бергә йыйып, халыҡты сәнғәткә ылыҡтыра.

Театр “Халыҡ” исемен раҫланыТеатр “Халыҡ” исемен раҫланы
Театр “Халыҡ” исемен раҫланы

1971 йылда Абҙан ҡыҙы Ләлә Муллаян ҡыҙы Фәйзуллина Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһын тамамлап, белгес булып ҡайтҡас, ауыл клубы директоры итеп тәғәйенләнә. Драма түңәрәге лә уның етәкселегенә тапшырыла. Һәүәҫкәр артистар үҙҙәренең ижади тормошон төрлө драматургтарҙың бер актлы пьесаларын ҡуйыуҙан башлай. 1996 йылда театр коллективына “Халыҡ театры” тигән юғары исем бирелә.
Бына ошо театр әле лә ауылдың йөҙөк ҡашы булып йәшәүен дауам итә. Сөнки ҡасандыр ҡабыҙған утын һүндермәй, йән өрөп тороусы, һәләтле артистарҙы бергә туплаусы кеше бар – режиссер Вәлимә Ишбулды ҡыҙы Өмөтбаева етәкләй.
Ошо көндәрҙә “халыҡ” исемен йөрөтөүсе “Өмөт”тәр ҙур һынау үтте: спектакль әҙерләп, өс йылға бер раҫланырға тейеш булған “халыҡ” исемен яҡлап сығыш яһаны. Аттестация комиссия ағзалары (Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының актер оҫталығы һәм режиссура кафедраһы профессоры Земфира Хәмзә ҡыҙы Хөсәйенова, Республика халыҡ ижад үҙәгенең “Ижади жанр” буйынса әйҙәүсе белгесе Гөлсинә Мөхәмәт ҡыҙы Баймөхәмәтова) һәм тамашасылар иғтибарына Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған Әсҡәт Мирзаһитовтың “Әсәләр көтәләр улдарын” спектаклен ҡуйҙы. Унда Еңеү көнө яҡынлашып килгән һәм фронтовик рәйестең улының туйы билдәләнгән ауыл ваҡиғалары тураһында бәйән ителә. Сюжеты буйынса фронтовик улдарынан хәбәр алырға өмөт иткән әсәләрҙең ҡайғыһы күрһәтелә. Был тәрән хистәр менән һуғарылған драма әсә һөйөүенең һәм һуғыш йылдарындағы юғалтыуҙарҙың мөһим мәсъәләләренә ҡағыла. Тамашасылар һуғыштан улдарын көткән әсәләрҙең хистәрен, өмөттәрен тойҙо, һағыштарын бергә кисерҙе. Әҫәрҙе ҙур тулҡынланыу, тәрән кисерештәр менән ҡараны.
Коллективта төрлө һөнәр кешеләре: уҡытыусылар, мәктәп, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, хаҡлы ялдағы мәғариф хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл халҡы шөғөлләнә. Уларҙы театр сәнғәтенә һөйөү берләштерә. Һәүәҫкәр артистар ролдәрҙе оҫта, ышанырлыҡ итеп башҡарҙы. Төп геройҙарҙы: Илгизә — Ленара Миһранова, Фәруҡша — Закир Өмөтбаев, Яхъя — Әлмир Хәсәнов, Мирсәлим — Руслан Рамаҙанов башҡарҙы. Улар һәр кемдең күңеленә үтеп инерлек итеп уйнаны, залда хатта күҙ йәшен һөртөп ултырыусылар ҙа булды. Тамашасылар, шуай уҡ, Венера Ғаянова, Фидәлиә Кинйәғолова, Факиһа һәм Ғимран Дәүләновтар, Динә Килмөхәмәтова, Рәмилә Исламғолова, Хәмзә Әлимғолов, Динара Хәсәнова, Юнир Йосопов талантына һоҡланып бөтә алманы.
Режиссер ярҙамсыһы — Венер Монасыпов, музыкаль биҙәүсе — Урал Хызыров, рәссәм, костюмдар тегеүсе — Мәреүә Фәйзуллина, декоратор Закир Өмөтбаев һәм башҡаларҙың тырышлығын әйтеп үтмәү мөмкин түгел, улар тамашаға үҙҙәренең баһалап бөткөһөҙ өлөшөн индерҙе.
— Быйыл Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы әҫәрҙе һуғыш темаһына һайланыҡ. Был ҡуйылған спектакль менән беҙ, тәү сиратта, әсәләрҙең бөйөклөгөн, уларҙағы сыҙамлылығын, түҙемлелеген күрһәтергә тырыштыҡ. Уның менән беҙ киләсәк быуынға ата-бабаларыбыҙ ҙур михнәттәр аша яулаған Еңеү беҙгә тыныс йәшәргә, эшләргә, яратырға, балаларыбыҙға һәм ейәндәребеҙгә ҡыуанырға мөмкинлек биреүе тураһында, бөгөнгө тормошобоҙҙоң ҡәҙерен белер өсөн үткәндәрҙе онотмауҙың мөһимлеген, бөгөнгө көндә лә был бик көнүҙәк икәнен күрһәтергә тырыштыҡ. Йәшлек хәтирәләре, уҙған ғүмер, намыҫ, мөхәббәт, әсә һөйөүе, әсә бөйөклөгө, балалар, уландар, тыуған яҡ, һуғыш афәттәре, тормоштоң асылын аңлау темалары сәхнәнән асыҡ әйтелде.
Һәүәҫкәр артистар шул тиклем тырышты. Ваҡыт юҡ, эш күп тип тормай, бер көн дә ҡалдырмай репетицияларға йөрөнө. Театрыбыҙҙың артистарына, ярҙам күрһәткән барса ауылдаштарыбыҙға, шулай уҡ беҙҙең бағыусыларыбыҙ — Кристина Катанскаяға, Руслан Тауымбаевҡа, Зиннур Шәйхетдиновҡа, ауыл хакимиәте башлығы Вил Зөлҡәрнәевҡа, Зәйтүнә һәм Ғаяз Мусиндарға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Ижади коллективтың сығышын комиссия юғары баһаланы һәм һынауҙы уңышлы үтеүҙәре менән ҡотланы. Шул уҡ ваҡытта фәһемле кәңәштәрен дә әйтте. Актерҙар үҙҙәренең образдарын килешле кейемдәр, төҫ-ҡиәфәт, кисерештәр аша асыҡ итеп күрһәтә алды. Улаға артабан да уңышлы ижади эҙләнеүҙәр, яңы сәхнә әҫәрҙәре менән һөйөндөрөүҙәрен теләне.
Мин бик шатмын, 1981 йылда ҡуйылған әҫәрҙе быйыл яңыртып, ҡайтанан сәхнәлә тергеҙҙек. Элекке йылдарҙа уйнаған артистарыбыҙҙың ҡайһы берҙәре яңынан ҡатнашты. Тамашасылар араһында булған Нәсиә Йосопова, Ләлә Фәйзуллина йәшлек хәтирәләрен яңыртҡандары өсөн беҙгә йылы һүҙҙәрен еткерҙе.
25 апрель киске сәғәт етелә район мәҙәниәт йортонда спектаклде ҡабаттан ҡуябыҙ, рәхим итегеҙ, — тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Вәлимә Өмөтбаева.
“Өмөт” халыҡ театры районыбыҙҙы данлаусы, халыҡҡа рухи аҙыҡ таратыусы һәләтле, сағыу коллектив. Уларға артбан да ижади эҙләнеүҙәр, табыштар, талантлы яңы көстәр өҫтәлеп торһон, тип теләйбеҙ!
Физәлиә Ғәниева.
Ирина Куркова фотоһы.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас