

Тәүәкәс ауыл мәктәбендә тулҡынландырғыс ваҡиға — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, педагогик хеҙмәт ветераны Роза Юлмөхәмәт ҡыҙы Ғәббәсованың “Тыуған ерем” китабының поэмаһының исем туйы үтте.
Айытмәмбәт ауылында донъяға килгән кескәй Роза атаһын күрмәй үҫә. Бөйөк Ватан һуғышында йәшләй һәләк булған Юлмөхәмәт Ҡотдос улы Ғәббәсовтың яҡты рухына тоғро ҡыҙ уның уй-хыялдарын аҡларға тырышып йәшәй. Уҡытыусы тигән изге һөнәр һайлап, Абҙан, Тирәкле, Тәүәкәс ауылы мәктәптәрендә балаларға башланғыс белем бирә. Утыҙ биш йыллыҡ педагогик эшмәкәрлеге осоронда ҙур тәжрибә туплаған уҡытыусы үҙенең шиғырҙарын оҫта файҙаланыу аша үҙенсәлекле методикаһы авторы ла.
Кисә ысын мәғәнәһендә шиғыр, йыр, туғанлыҡ байрамына әүерелде. Сараға Роза Юлмөхәмәт ҡыҙының балалары, ауылдаштары, дуҫ-туғандары, уҡыусылары йыйылды. Үҙенең ижады менән халҡы күңелендә ныҡлы урын биләгән Роза Ғәббәсованы тәбрикләргә Тәүәкәс ауылы хакимиәте башлығы Рөстәм Ишмөхәмәтов, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Жәлил Мөхәмәтйәнов, “Инйәр” гәзите мөхәррире Гөлшат Закирова, ветерандар советы рәйесе Мөнирә Лоҡманова, “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Зилә Фәйзуллина, Тәүәкәс мәктәбе директоры Рәис Мостафин килде. Сығыш яһаусыларҙың һәр ҡайһыһы Роза Юлмөхәмәт ҡыҙының ихлас ижадсы, һоҡланғыс гүзәл зат булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ижадташтары, коллегалары Гөлира Фәйрузова, Нәсимә Юлмөхәмәтова, Нәсиә Йосопова һәр эшкә лә яуаплы ҡарауын билдәләп үтте, сәхнә түренә сығып уның тыуған еренә, тормошҡа бағышланған шиғырҙарын уҡыны.
— Бөгөн беҙ һеҙгә ҡарайбыҙ ҙа, һоҡланып бөтә алмайбыҙ. Бер кеше эсенә шул тиклем күп яҡшы сифаттар һыйған: аҡыл, мөләйемлек, изгелек, саф күңел. Бер ҡараштан кешене ылыҡтыра алырлыҡ һәләткә эйәһегеҙ. Һәр ваҡыт шулай булып ҡалығыҙ, — тип изге теләктәрен еткерҙе уҡыусылары, хәҙмәттәштәре һәм алыҫ араларҙы яҡынайтып килгән яҡташтары, туғандары.
Аҡыллы, тәрбиәле, итәғәтле, тырыш ул үҫтереп, оло тормош юлына сығарған. Килене Гөлнара Сәғит ҡыҙы менән әсәле-ҡыҙлы кеүек мөнәсәбәттә булыуы ла Роза апайҙы тик ыңғай яҡтан баһалай. Баланың балаһы балдан татлы тигәндәй, ҡурсаҡтай ейәнсәрҙәренә, бүләсәренә өләсәй булып, уларҙы наҙлап, иркәләп-һөйөп, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп йәшәй.
Шағирәнең тормошона һәм ижадына арналған сарала авторҙың китаптарын, матур, сағыу, ҙур һөйөү менән эшләнгән ҡул эштәрен — нағышлап сигелгән, бәйләм рәсемдәрен, суҡлы шәлдәрен, милли кеймдәге “Ете ҡыҙ” ҡурсаҡтарын ҡыҙыҡһынып та, һоҡланып та ҡараны байрамға килеүселәр. Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Сәриә Мағазова, Фәрүәз Камалетдинов, Наил Ғәниев, Рәсимә Мөхәмәтйәрова, Урал Хызыровтың сығыштары, ағинәйҙәр башҡарыуындағы йырҙар, мәктәп уҡыусылары ҡуйған “Шалҡан” әкиәте, Өфө ҡунағы Миңниса Мөхәмәтованың, кескәй Зөлфиә Сәйфетдинованың ялҡынлы шиғырҙары үҙе бер ҡабатланмаҫ, илаһи мәл бүләк итеп, тамашасыларҙың йөрәген елкетте. Муллаҡайҙан Зәлифә Фәйзуллина (“Беҙ һуғыш балалары”) һәм Тирәкленән Наил Ғәниев (“Тирәк-тирәкле”) Роза Ғәббәсова һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы бүләк итте .
“Тыуған ерем” әҫәре — ул шиғыр ғына түгел, ә һуғыш, батырлыҡ һәм сыҙамлылыҡ, Еңеү хаҡы, баш өҫтөндәге тыныс күк йөҙө өсөн ғүмерҙәрен биргәндәрҙең иҫтәлеге хаҡында тәрән уйланыуҙар, Тыуған ил һәм уның героик үткәне менән тәрән бәйләнештең тере шаһиты. Ватансыл рухлы авторҙың үҙ тыуған яғын, репсубликабыҙҙы, уның кешеләрен илһамлы йөрәк ялҡыны менән эскерһеҙ һөйөүен раҫлай ул.
Физәлиә Ғәниева.
Автор фотоһы.