

Был мөһим датаға арнап, баш ҡалабыҙ Өфөлә бик күп саралар уҙҙы. Унда, тәбәктең бихисап ҡул эштәренә маһир ҡатын-ҡыҙҙар менән берлектә, Көмәрле ауылының билдәле шәхесе Вәсилә Камалетдиноваға ла ҡатнашырға форсат тейҙе.
— Салауат Юлаев майҙанында “Атайсал” халыҡ ижады үҙәге коллективтары һәм артистары, ябай үтеп барыусылар байрамдың ысын мөхитен тыуҙырҙы. Унда милли кейемдә дефиле, күңел асыуҙар, шул иҫәптән башҡорттарҙың: “Ашыҡ”, “Аҡ тирәк – күк тирәк”, “Йәшәрәм яулыҡ”, “Сылбыр”, “Өс таған” уйындары үткәрелде.
“Торатау” конгресс-холлында БР Милли әҙәбиәт музейы “Башҡорт әҙәбиәтендә һәм фольклорында милли кейем мотивтары” түңәрәк өҫтәле эшен ойошторҙо.
Түңәрәк өҫтәлдә кейем эшләү оҫталары, этник мода һөйөүселәр, традицион кейем һәм моданы һаҡлау һәм үҫтереү менән ҡыҙыҡһынған мөһим кешеләр – бөтә республиканан бөтәһе 50-нән ашыу ҡунаҡ, шулай уҡ күрше Ҡурған өлкәһе вәкилдәре ҡатнашты. Арҙаҡлы яҙыусылар, ғалимдар башҡорт әҙәбиәтендәге төрлө ҡатлам кейем-биҙәүестәрҙең халыҡ, ил тарихын нисек сағылдырыуы хаҡында һүҙ йөрөттө.
Сара һуңында милли кейем оҫталарын һәм тергеҙеүселәрен Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнеләр, — тип һөйләне Вәсилә Шәйхетдин ҡыҙы.
Башҡорт милли кейеме оҫтаһы Вәсилә Камалетдиноваға күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм халыҡ кейемен популярлаштырыуға ҙур өлөш индергәне өсөн Мәҙәниәт министрылығының Рәхмәт хаты тапшырылды. Йәнә әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге, башҡорт халҡының милли йолаларын, мәҙәниәтен һаҡлау буйынса эштә булышлыҡ иткәне һәм “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Халыҡ-Ара йәмәғәт берекмәләре союзының Алтынсы съезын ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә күрһәткән ярҙамы өсөн йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара берлеге “Бөтә донъя башҡорттарының Ҡоролтайы (конгрессы)” башҡарма комитетының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
— Шулай уҡ был мөһим көнгә арнап, ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары Арт-Квадрат урамдары буйлап милли кейемдә 1574 метр йүгерҙе. Беҙ был сарала тормош иптәшем Вилюр Вәсәлим улы менән ҡатнаштыҡ. Ярыштан һуң сағыу махсус урындарҙа күпләп фотоға төштөк. Сара матур байрам концерты менән тамамланды, — тип, ихлас күңелдән тәьҫораттары менән уртаҡлашты яҡташыбыҙ.
Милли кейем көнө – ул рух, милли үҙаң сағылышы, йөрәгендә халҡына һөйөү йөрөткән һәр кемдең ошо оло тойғоно белдереү сараһы. Тамырҙарына, тарихына, ғөмүмән, үткәненә иғтибарлы булған, уға хөрмәт менән ҡараған халыҡтың киләсәге лә бар.
Физәлиә Ғәниева яҙып алды.
Фото “Архангел районы ҡоролтайы” сайтынан алынды