

2025 йылдың 20 майында “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Ғаилә усағы” республика ғаилә мәҙәниәте һәм йолалары фестиваль-конкурсы үтте. Сара Ватанды һаҡлаусылар йылына арналды һәм Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы булышлығында үтте. Быйыл республика райондарынан һәм баш ҡалаһынан 14 ғаилә үҙҙәрен күрһәтте.
Сараның маҡсаты — республикананың бөтә ғаиләләрен берләштереү, милли традицияларҙы һаҡлауға һәм үҫтереүгә, шулай уҡ үҫеп килгән быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүгә булышлыҡ итеү.
Был мөһим ваҡиғала Көмәрле ауылынан Вәсилә Шәйхетдин ҡыҙы һәм Вилюр Вәсәлим улы Камалетдиновтар сағыу вәкилдәрҙең береһе булды. Һәләтле һәм ижади пар тамашасыларҙың һәм баһалама комиссия ағзаларының иғтибарын йәлеп итте.
— Мин күргәҙмәгә үҙем теккән һәм сиҡҡән башҡорт халыҡ кейемдәрен (боронғо ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр күлдәге, малайҙар өсөн тире тун, бүрек, хәситә, һарауыс, тастар, кәпәс), ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүестәрен (һаҡал, хәситә, түшелдерек, әлмиҙеү, иҙеү), тартма-бау (туйҙарҙа түшәк-кәрәк яраҡтарын ябыу йә бәйләү өсөн биҙәкле туҡыма), сергетеш (аттың арҡаһына биҙәкле япма) алып барҙым, — ти билдәле кейемдәр тергеҙеүсе.
Камалетдиновтарҙың был мәртәбәле конкурста ҡатанашыуы — районыбыҙ өсөн мөһим ваҡиға. Уларҙың һәләттәре һәм берҙәмлеге, һис шикһеҙ, мәҙәни йолаларҙы һаҡлауға һәм үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә.
Вәсилә Шәйхетдин ҡыҙы һәм Вилюр Мәслим улы конкурстың “Һәләтле ғаилә” номинацияһында дипломға лайыҡ булды. Бынан тыш, Мәҙәниәт министырлығының Рәхмәт хаты менән дә бүләкләнде.
Физәлиә Ғәниева.
Вәсилә Камалетдинова тарафынан ебәрелгән фото.