Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
29 Май 2025, 10:04

Ағинәйҙәр — тормош күрке

Муллаҡай ауылында “Урман — табиғәт байлығы” исемле сара үтте 

Ағинәйҙәр — тормош күркеАғинәйҙәр — тормош күрке
Ағинәйҙәр — тормош күрке

Башҡортостандың ҡалын урмандары, мул һыулы йылғалары, зәңгәр күлдәре яҡлауға, һаҡлауға мохтаж. Тәбиғәтте ысынлап та яратҡан, киләсәк быуындар алдында яуаплылыҡ тойған һәр кеше тыуған еребеҙ күркен яҡлау өсөн бөтә көсөн һалырға тейеш.
Бына ошондай ҙур мәсьәләр күтәрелде районыбыҙҙың Зәлифә Фәйзуллина етәкселегендәге Муллаҡай ауылы ағинәйҙәре ойошторған “Урман — тәбиғәт байлығы” исемле матур сарала. Муллаҡайҙар үҙҙәренең мәҙәни кимәленә тап төшөрмәне: ҡунаҡтарҙы йыр-моң менән ҡаршыланы, милли ризыҡтарҙан һығылып торған өҫтәл барыһын хайран итте. Сарала район ағинәйҙәре етәкләгән фольклор төркөмдәр ҡатнашты. Шулай уҡ Башҡортостандың “Ағинәй” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, район ветерандар советы рәйесе Мөнирә Лоҡманова, район “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Зилә Фәйзуллина килеп, байрамдың бәҫен күтәрҙе.
Һәр ауылдың ағинәйҙәре үҙҙәренә оҡшаған ағас һайлап, уға бағышланған йыр йырланы, дауалау серҙәре, халыҡ кәсептәре менән таныштырҙы.
Байрамды муллаҡайҙар “Урмандарға керһәң” йыры менән асып ебәрҙе.
— Йүкә иң күп продукция биргән ағас. Ул үҫкән бер гектар ерҙән бер тонна ике йөҙ килограмм тирәһе бал алырға мөмкин. Ағасынан сувенирҙар, һауыт-һаба яһайҙар. Сәскәһе — ҙур дауа, йүкә балының шифаһы тураһында, әйтмәһәң дә, бөтәһе лә белә. Һалҡын тейгәндә йүкә сәскәһе һалынған сәйҙе баллап эсһәң, тирләтеп ебәрә, сир ҡаса. Ҡайырыһы һарыуысҡа ҡуйыла. Ҡорт айырған саҡта шуның еҫенә барып һарыла. Ҡабығын санаға түшәп ултырып йөрөйһөң. Шулай уҡ һалабаш итеп яһап, йүкә йыуғыс, атҡа септә, ҡап һуҡҡандар, бау, арҡан ишкәндәр. Мунса бураһын күптәр йүкәнән күтәрә, тәмле еҫе сығып тора, — тигән мәғлүмәт еткерҙе мәғариф хеҙмәте ветераны Миңлегөл Түләбаева. “Ташҡын” фольклор төркөмө, был ағасты данлап, “Өфө йүкәләре” йырын яңғыратты.
— Баҡсаларҙа оҙаҡламай хуш еҫле сирен күпереп сәскә атҡан мәл етә. Халыҡ медицинаһында уның сәскәһенән (йәки япрағынан) әҙерләнгән төнәтмә бөйөр шешкәндә, бөйөр һәм бөйөр лаҡаны ташы барлыҡҡа килгәндә ҡулланыла.
Бронхит, ангина, грипп кеүек сирҙәр менән дауаланғанда сирень сәскәһенең майы бигерәк тә файҙалы. Майҙың бер нисә тамсыһын үҙегеҙ ҡулланған крем, шампунь, лосьонға тамыҙып ебәргәндә, тирә-яғығыҙға хуш еҫтәр таралып китер. Уның менән һыҙлаған урынды ыуыу ҙа ярҙам итәсәк, — тип һөйләне Абҙандан килгән ҡунаҡ Фәрүәз Рәхмәтуллина. Абҙандар сығышындағы “Өҙөлгәнһен сирендән” йыры көслө алҡыштарға күмелде.
— Башҡорттарҙа миләш ағасы бер илаһи көскә эйә, тип иҫәпләнгән. Миләштән мунсаҡтар эшләгәндәр. Балаға күҙ теймәһен өсөн, башлығына миләштән “һаҡлағыс” тегеп ҡуйғандар. Өйҙә яман көстәр булмаһын өсөн ботағын емештәре менән ишек башына элгәндәр. Был ҡыуаҡты өй эргәһенә ултыртыу ҙа йорт тирә-яғын яман көстәрҙән, сир-сырхауҙан, сихыр-зәхмәттән һаҡлар, тип ышанғандар боронғолар.
Миләшкә һоҡланмаған, уның шифалы сифаттарын белмәгән кеше юҡтыр. Шулай уҡ ул ураман йәнлектәренә, бигерәк тә ҡышлаусы ҡоштарға аҙыҡ сығанағы булып тора. Был емеште бөйөрҙәр, бауыр ауыртҡанда, асцит, үпкә туберкулезы, быума йүтәле, витаминдар етешмәүе, геморрой, склероз, матдәләр алмашыныуы боҙолғанда, хатта ҡорһаҡта урынлашҡан яман шеш сирҙәрен дауалау һәләте хаҡында ҡулланмалар бихисап. Дауа өсөн сәскәһен, емешен, ҡайырын, япраҡтарын ҡулланалар, —тип һөйләне Әлмира Юламанова. Уның етәкселегендәге “Мираҫ” фольклор төркөмө “Миләштәр” йырын башҡарҙы.
Мәреүә Шәрәфетдинова алмағастың шифалы яҡтары менән таныштырҙы. Быға аптырарлыҡ та түгел, сөнки ул йәшәгән Горный ауылы элек-электән үҙенең емеш-еләкле баҡсалары менән дан тота. Мәреүә апай башҡарыуындағы “Эх, алмағастары” таҡмаҡтары йыйылыусыларҙың күңелдәрен күтәреп ебәрҙе.
Алма күреү һәләтен, тирене, сәс һәм тырнаҡтарҙы нығыта, шулай уҡ нервы ауырыуҙарына дауаһы ҙур. Емеш ҡан баҫымы түбән булғанда һәм тамырҙарға яҡшы тәьҫир итә, сөнки ул ҡанды таҙарта. Ул шулай уҡ лимфа системаһына ла файҙалы. Һутлы алмаларҙа В төркөмөнөң барлыҡ, А, С, Е, Н, К, РР витаминдары бар. Өҫтәүенә алма макро һәм микроэлементтарға бай, атап әйткәндә, тимер, калий, кальций, фосфор, натрий, магний, цинк, йод, фтор менән маҡтана ала.
Район мәҙәниәт йортоноң “Тамсылар” вокаль төркөмө Рим Хәсәновтың “Талдар-талдар” йырын ишеттереп кенә ҡалманы, ә шулай уҡ был ағастың көнкүрештә киң ҡулланылыуы тураһында һөйләне .
— Яңы тыуған сабый талбишектә бәүелеп үҫкән. Талдан үреп төрлө өй йыһаздары, кәрзин, һауыттар әле лә эшләйҙәр. Мал лапаҫы, ситән, балыҡ тотор өсөн мурҙа эшләгәндә лә йорт хужалығында тал борон киң ҡулланылған. Ә элек тирмә эшләр өсөн, уның төрлө өлөштәрен оҫталар талдан яһаған.
Тарихҡа күҙ һалғанда, иң беренсе аспирин таблеткаларын тал ҡайырынан эшләгәндәр, тән ҡыҙыулығын баҫыр өсөн ҡулланғандар. Аҙаҡ инде ауыртыуҙы баҫыуын, ҡанды шыйығайтыу һәм башҡа шифаһын асыҡлағас, күпләп етештерә башлағандар. Дарыу өсөн ҡайырын алып киптерәләр. Кәһеүә онтағыстан үткәреп алырға ла була.
Талда салицил, РР һәм С витаминдары, органик кислоталар, флавоноид, дубил матдәләре, кальций, фосфор, тимер бар, — тине Рәсимә Мөхәмәтйәрова.
Убалар ауылының “Гөлнәзирә” фольклор төркөмө “Балан” йырын тәҡдим итте, уның файҙалы үҙенсәлектәре менән таныштырҙы.
— Баҡсаларҙа ҡыҙарып ултырған баланды һәр кем белә. Күптәр әсе булғаны өсөн ҡулланмаһа, икенселәренә емештең еҫе оҡшамай. Ә бына был емештең ни тиклем шифалы икәнен белгәндәр уны йыл да йыйып быҡтыра, ҡайнатма, ҡаҡ эшләй, шул көйө туңдырғыста һаҡлай. Баландың мең төрлө файҙаһы бар. Мәҫәлән, күптәр уны нервы ҡаҡшауынан, ҡан баҫымы күтәрелеүҙән, атеросклероздан, ҡан тамырҙары ҡыҫылыуҙан ҡуллана. Баланда С витамины лимон менән мандаринға ҡарағанда ике, ә тимер байлығы биш-ун тапҡырға күберәк, — ти Зөбәйҙә Йәнешева.
Муйыл ағасы башҡорт халҡының мәҙәниәтендә айырым бер урын биләп тора. Был ағасҡа бағышлап шиғырҙар, йырҙар яҙылған. Муйыл сәскә ата башланы. Ә уның төрлө ауырыуҙарҙан шәп дауа икәнлеген беләһегеҙме? Муйыл ауыртыу-һыҙланыуҙы баҫа, тире ауырыуҙарын бөтөрә, йәшәртә... Емештәрен киптереп, боронғо таш тирмән, йәки хәҙерге ҡәһүә онтағыс менән он рәүешенә килтереп, төрлө ризыҡтар, ҡамыр эштәре әҙерләгәндә ҡулланалар. Емештәрен йыйып алыу менән ит турағыстан үткәреп, шәкәр менән бутап ултыртһаң да яҡшы һаҡлана. Хуш еҫле сәскәгә арнап ҡыҫындылар “Муйыл сәскәһенең еҫтәре” йырын ишеттерҙе.
Ҡайын – иң ҡупшы, донъялағы берҙән-бер аҡ ҡабыҡлы ағас. Был мөғжизә ҡайындың ҡабығында уға аҡ төҫ биреүсе матдә булыуы менән аңлатыла. Халыҡ ышаныуҙары буйынса ҡайын бигерәк тә йәш ҡыҙҙарҙы, балаларҙы яратҡан. Рус халҡында ла, башҡорт халҡында ла ҡыҙҙарҙың ҡайынды таҫмалар менән биҙәү йолалары быны раҫлай.
Ҡайындың бөрөһө лә, япраҡтары ла, сәскәләре лә файҙалы. Уның йәш япраҡтарынан әҙерләнгән төнәтмә бауыр циррозынан, холециститтан, ревмвтизм һәм радикулиттан да шифалы, бөрөһө ашҡаҙан сирҙәренән, алҡаға оҡшаған сәскәләренең төнәтмәһе йөрәк ауырыуҙарынан дауалай. Яҙ көнө йыш ауырыған, ябыҡ кешеләргә ҡайын һуты эсергәндәр. Мунсала ҡайын миндеге менән сабыныу тәнде таҙарта, һыуыҡ тейгәндә ярҙам итә.
Ҡайын туҙынан ҡайнатылған һағыҙ ауыҙ ҡыуышлығы өсөн бик файҙалы. Уның туҙынан эшләнгән әйберҙәр күп төрлөлөгө менән айырылып тора. Ул төҙөлөш материалы булараҡ билдәле. Йорт йыһаздары, саңғылар, юғары сортлы фанера эшләү өсөн тотоналар. Ҡайындан метил спирты, уксус, ацетон, дегет алалар. Ә дегетте һабын, шапмундәр эшләгәндә ҡулланалар.
Боронғо башҡорттарҙа, кәрәсин һәм лампалы шәмдәр булмаған ваҡытта, ҡайын сыраһын яҡтыртыу өсөн ҡулланғандар. Ул яҡты янған, төтөнө лә аҙ булған. Өйҙәрҙе йылытыу өсөн дә ҡайын иң ҡулайлы ағас. Күмерен һалып самауыр ҡайнаталар.
Бынан йөҙәр йыл элек, ҡағыҙ булмаған ваҡытта, туҙға хаттар, грамоталар, иҫәп-хисап, хатта балалар өсөн китаптар яҙғандар. Башҡорттоң “туҙға яҙмағанды ысын булһа ла һөйләмә”, тигән билдәле әйтеме ошо осорҙо сағылдыра. Ҡайын ағасының файҙаһы тураһында Ҡыҙғы ауылы ағинәйҙәрен етәкләгән ауыл фельдшеры Әлфирә Ноғаманова һөйләне. “Миләштәр” ансамбле “Ҡайындарым” йырын айырыуса оҫталыҡ менән башҡарҙы.
Имәндәй ныҡлы, тиҙәр, таҙа-һау ир-азамат хаҡында. Ысынлап та, был әйтемде кешенән ағасҡа күсерһәң дә, яҡын-тирәбеҙҙә унан да ныҡлы ағас юҡ. Райондың флагында һәм гербында имән юҡҡа ғына үҙәк урынды биләмәй. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү яулаған олатайҙарыбыҙҙы ла, әлеге көндә барған хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр хаҡында ла имән кеүек көслө рухлы ир-аттар тип әйтеп була.
Белгестәр фекеренсә, имән башлыса 250 йәшкә етә, хатта оҙонораҡ ғүмерлеләре лә осрай. Уның файҙалы яғы бик күп, ҡулланыу йәһәтенән дә алыштырғыһыҙ ағас. Йәш ботаҡтарынан яһалған миндектең бик шифалы икәнлеген барыбыҙ ҙа белә. Шулай уҡ ҡабығын эс ауыртҡанда, малдың эсе киткәндә файҙаланалар. Олонон борондан төҙөлөштә ҡулланғандар. Унан тәгәрмәс, һуҡа, һабан яһағандар. Археологтар хатта имәндән эшләнгән ҡоралдар ҙа тапҡан. Хәҙерге Өфө урынында Имәнҡала биләгәнен, мең ырыуының ағасы имән икәнен иҫкә төшөрөү ҙә күп нәмә тураһында һөйләй.
Бөгөн дә имән төҙөлөштә күп таралған. Ә урман йәнлектәренә, ҡоштарына күпме аҙыҡ бирә ул! Уның сәтләүеге менән сысҡандар, ҡабандар, мышылар, айыуҙар туҡлана, башҡа бик күптәр ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ һәм май туплай.
Халҡыбыҙ ғаиләһенә, туғандарына һәм халҡына ҡалҡан булырҙай ир-егеттәрҙе юҡҡа ғына имәнгә тиңләмәй икән шул. Тәүәкәс ауылы ағинәйҙәре ошо хаҡта ентекләп һөйләп, Ғилемдар Рамазанов ижад иткән “Имәндәр шаулай” йыры гимн кеүек яңғыраны.
Милләттәштәребеҙҙең уй-ниәттәре бер булыуын Муллаҡай ауылында үткәрелгән “Ағинәйҙәр ҡоро”ноң сираттағы йыйыны асыҡ дәлилләне. Яҡшы йолаға әүерелгән сарала был юлы ете ауылдан килгән ағинәйҙәр тағы бер тапҡыр үҙҙәренең бер төптән, бер юҫыҡта, күмәкләшеп эшләүҙәренә инанып, тәжрибә уртаҡлашып, кәңәшләшеп, күңелдәрен үҫтереп ҡайтты.
Физәлиә Ғәниева.
Автор фотоһы.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас