

Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе 60 йәшлек ҡатын 1,5 миллион һум аҡсаһын юғалтҡан. Башта мутлашыусылар пенсионерҙың элекке эш биреүсеһе исеменән шылтыратып, уның шәхси мәғлүмәттәрен ала. Артабан улар үҙҙәрен Федераль именлек хеҙмәте һәм Росфинмониторинг хеҙмәткәрҙәре тип таныштырып, “террорлыҡты финанслауға юл ҡуймаҫ” өсөн 1,5 миллион һум аҡса күсерергә ҡуша. Ҡатын фатирын һатыуҙан килгән аҡсаны оҙаҡ уйлап тормай мутлашыусыларға ебәрә.
Өфөлә йәшәүсе 53 йәшлек ир шулай уҡ полицияға мөрәжәғәт иткән. Уға үҙен Германиянан эш биреүсе тип таныштырған мутлашыусы шылтыратҡан. Енәйәтсе виза алыу һәм финанс үҙаллылығын раҫлау өсөн ҡорбанына 580 мең һум аҡса күсерергә ҡушҡан. Һөҙөмтәлә ир тулмаған 282 мең һумды кредитҡа алып, уғрыға аҡсаны күсерә.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: аҡсағыҙҙы хәүефһеҙ иҫәпкә күсермәгеҙ, телефон аша таныш булмаған кешеләргә үҙегеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе, шулай уҡ смс-хәбәрҙәге кодты хәбәр итмәгеҙ. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ: трубканы шунда уҡ һалығыҙ.
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2025-05-26/ber-k-nd-ike-million-um-a-sa-eshl-g-nd-r-4250124 сайтынан алынды.