Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
27 Май 2025, 04:14

Талант өсөн ярты миллион һум бирәләр

Ул ике йылға бер тапҡыр тапшырыла. 

Талант өсөн ярты миллион һум бирәләрТалант өсөн ярты миллион һум бирәләр
Талант өсөн ярты миллион һум бирәләр

Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре Шәйехзада Бабич исемендәге Республика дәүләт йәштәр премияһына дәғүә итеүгә ғариза бирә ала. Премия ике йылға бер тапҡыр бирелә.

2023, 2024 йылдар өсөн премияға дәғүә итеүгә конкурс материалдарын Башҡортостандың Йәштәр министрлығы ҡабул итә башланы.

Кемдәр ҡатнаша ала? Йәш яҙыусылар, шағирҙар, рәссамдар, музыканттар, артистар, архитекторҙар һәм ижади коллективтар (биш кешегә тиклем). Ҡатнашыусыларҙың йәше: 16-35 йәш.

Наградалар - 500 000 һумлыҡ өс премиянәфис әҙәбиәтһынлы сәнғәттеатр, музыка, эстрада, цирк сәнғәте һәм хореографиякинематографияархитектура өлкәһендә.

Нисек ғариза бирергәДокументтар 2025 йылдың 1 июленә тиклем Өфө ҡалаһы, Аксаков урамы, 2 адресы буйынса ҡабул ителә, 411-се бүлмә (БР Йәштәр министрлығы).

Тулыраҡ мәғлүмәт һәм конкурс тураһында положениеhttps://molodez.bashkortostan.ru/activity/40117/

Премия 1995 йылда башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың 100 йыллығы хөрмәтенә булдырылған һәм республиканың йәш таланттарына ярҙам итә.

Фото: Өфө Ҡала советы.

Сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2025-05-23/polmilliona-na-talant-v-bashkirii-ischut-luchshih-molodyh-deyateley-kultury-4248224

Автор:Рахимов А.
Читайте нас