Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
26 Май 2025, 09:53

ЮХХДИ хәбәр итә

Иғтибар!

Хәбәр ит!

Республика халҡы ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәгән водителдәрҙе күрһәтергә мөмкинлек алды. Айырыуса, иҫерек килеш руль артына ултырған автоһәүәҫкәрҙәр тураһында хәбәр итергә була.

Район полиция бүлегенең дежур часы: 8(999)741-11-42.

Райондың дәүләт автоинспекция бүлексәһе: 8(999)741-27-43.

Боролош сигналдарын яндыр!

Ҡағиҙәгә ярашлы, автомобиль йөрөтөүсе боролош сигналдарын хәрәкәт башланыр алдынан, хәрәкәтте үҙгәрткәндә, йәки боролоу алдынан хәбәр итергә тейеш. Юғиһә руль артындағы кешегә 500 һум күләмендә штраф һалынасаҡ. Шуға ла,  хәүефһеҙлек талаптарына ярашлы эргә-тирәлә кеше һәм башҡа транспорт булмаған осраҡта ла боролош сигналдарын ҡабыҙыу мөһим. Бер рәттән юлға сығыу алдынан да уларҙы тикшереү артыҡ булмаҫ.

Уйынсыҡ түгел, ә транспорт сараһы

Йәй айҙары етеү менән мопед, скутер, квадроцикл һәм шундай техника менән йөрөүселәр һәм улар менән бәйле авариялар һанының артыуы күҙәтелә.

Күпселек осраҡта бындай күңелһеҙ осраҡтар ике тәгәрмәсле транспорт сараһы водителдәренең үҙ мөмкинлектәрен артыҡ баһалауы арҡаһында килеп сыға. Ҡапыл тормозға баҫыу, юғары тиҙлектә боролошто үтеү һөҙөмтәһендә йәрәхәтләнеү һәм имгәнеү алырға мөмкин. Балалар араһында иң йыш теркәлгән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙар булып юлдарҙа мопедта, скутерҙа һәм башҡа техникала шлемһыҙ йөрөү, водитель танытмаһы булмайынса мотоциклдар менән идара итеү, үҫмерҙәрҙең дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа йөрөүе, үҙҙәренең оҫталығын һәм ҡыйыулығын күрһәтергә маташып трюктар яһауы, бер-береһе менән уҙышыуы тора.

Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы үҙенең һәм тирә-яҡтағыларҙың именлеге өсөн яуаплы. Хәүефте дөрөҫ баһалау, ваҡытында ҡарар ҡабул итеү һәм аныҡ ҡағиҙәләрҙе үтәү фажиғәле һөҙөмтәләр һанын һиҙелерлек кәметергә мөмкинлек бирәсәк.

Илдус Шәрифуллин,

райондың ЮХХДИ бүлеге начальнигы. 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас