

Ҡыңғырау сыңы моңло ла, шатлыҡлы ла. Ул ғүмерҙең иң саф, иң наҙлы, ғәмһеҙ сағы - баласаҡ, мәктәп менән хушлашыу мәле һәм тәүге тапҡыр оло тормошҡа аяҡ баҫыуҙы хәбәр итә. Онотолмаҫ иҫтәлектәрҙе, ҡәҙерле хәтирәләрҙе иҫкә төшөрә. Моңло ҡыңғырау тауышы уҡыу дәүерендә меңдәрсә тапҡыр ишетелһә лә, тап ошо көндә яңғырай торғаны береһенә лә оҡшамаған.
24 майҙа республика мәктәптәренең сығарылыш уҡыусылары өсөн “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһы үтте. Быйыл Башҡортостанда IX класты – 50 меңдән ашыу, XI класты 15,5 мең егет һәм ҡыҙ тамамланы. Райондың барлыҡ белем биреү учреждениеларында ла 9-сы һәм 11-се класты тамамлаусылар (быйыл уларҙың һаны – 232 һәм 77) өсөн Һуңғы ҡыңғырау тантаналары үтте. Ағымдағы йылда Максим Горький ауылы мәктәбендә 11-сене – ике үҫмер һәм ҡыҙ, 9-сы класты 21 уҡыусы бөттө. Белем усағында тап улар өсөн генә тантаналы сара ойошторолдо. Байрам кисәһендә ҡатнашыусыларҙы мәктәп директоры вазифаһын башҡарыусы Роза Мәзитова, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Альберт Ибәтуллин, Арх-Латыш ауыл биләмәһе башлығы Роберт Әмәкәсов һәм район Советы депутаты Альберт Рәхимов сәләмләп, сығарылыш класс уҡыусыларына изге теләктәрен белдерҙе.