Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
21 Май 2025, 06:05

Таҙа булһын йылға буйҙары

Йылғалар - планетабыҙҙың тере артериялары һәм ерҙәге тормошто һаҡлауҙа ҙур роль уйнай. Беҙҙе эсәр һыу менән тәьмин итә, үҫемлектәрҙе һәм хайуандарҙы туҡландыра, шулай уҡ ял итеү һәм күңел асыу урыны булып хеҙмәт итә. Шуға күрә уларҙы һаҡлау сараларын күреү бик мөһим. 

Таҙа булһын йылға буйҙарыТаҙа булһын йылға буйҙары
Таҙа булһын йылға буйҙары

Ошо көндәрҙә Абҙан ауылы эргәһендәге Инйәр йылғаһы буйында “Рәсәй һыуы” экологик акцияһы ойошторолдо. Ирекмәндәр менән бергә экологик өмәгә район хакимиәте белгестәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә сыҡты. Сара “Экология” милли проектының “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау” федераль проектын ғәмәлгә ашырыу барышында уҙғарыла һәм һыу объекттарының яр буйҙарын сүп-сарҙан таҙартыуға йүнәлтелгән.

  • Башҡарған эшебеҙҙең асылын кешеләр аңларға бурыслы. Бында йәшәүселәр ҙә, килгән ҡунаҡтар ҙа иҫ киткес хозур тәбиғәтебеҙ менән һоҡланһын, был биләмәләрҙе ҡыйламаһын ине. Һәр кем һыу ятҡылыҡтарын һаҡлауға үҙ өлөшөн индерергә тейеш, тик шул саҡта ғына беҙ һөҙөмтә күрәсәкбеҙ, -тине Абҙан ауыл хакимиәте башлығы Вил Зөлҡәрнәев.

“Рәсәй һыуы” миллионлаған кешене берләштерә, шуға ла ул  илдәге иң ҙур ирекмәндәр экологик проекттарының береһе. Өҫтәүенә ул экологик аң-белем таратыу, уны камиллаштырыу менән мәшғүл.  

Автор:Рахимов А.
Читайте нас