

Журналистар менән һәйләшкәндә Сергей Цивилев мемориаль комплекстың Ватан ҡаһармандарының иҫтәлеген мәңгеләштереү һәм йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.
Республика етәксеһе башҡорт батальондарының Совет майҙанынан махсус хәрби операция зонаһына китеүе тураһында һөйләне.
“Беҙ яугирҙәребеҙҙе кесе Ватанына отпускыға автобустар менән алып киләбеҙ, улар сәскә һалыу өсөн ошо һәйкәл янында туҡтатыуҙы һорай”, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.