Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
21 Май 2025, 06:04

Ришүәткә ҡаршы бергәләп көрәшәйек

1 май “Бергәләп ришүәткә ҡаршы” социаль рекламаның халыҡ-ара йәштәр конкурсы башланды. Уны РФ Генераль прокуратураһы ойошторған. 

Ришүәткә ҡаршы бергәләп көрәшәйекРишүәткә ҡаршы бергәләп көрәшәйек
Ришүәткә ҡаршы бергәләп көрәшәйек

Өс йәш төркөмөндәге конкурсанттарға (10 - 15 йәш, 16 - 20 йәш һәм 21 - 25 йәш) өс номинация буйынса коррупцияға ҡаршы (антикоррупционную) социаль реклама әҙерләргә тәҡдим ителде: “Иң яҡшы плакат”, “Иң яҡшы һүрәт”, “Иң яҡшы видеоролик”.

Эштәр конкурстың www. anticorruption.life рәсми сайтында 2025 йылдың 1 октябренә тиклем ҡабул ителә.

Йомғаҡ яһау, еңеүселәр һәм призерҙар 9 декабрҙә -  Халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы көрәш көнөндә иғлан ителә. Федераль күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгө көнгә дәғүәселәрҙән 243 эш килгән.

Конкурсты үткәреү ҡағиҙәләре, ҡатнашыу шарттары һәм баһалау критерийҙары тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте сайтта белергә мөмкин.

Фото vk.com/genprocrf. 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас