

Республикаға эш сәфәре менән килгән Рәсәй энергетика министры Сергей Цивилев һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй нефть һәм химия форумын һәм “Газ. Нефть. Технологиялар” XXXIII Халыҡ-ара махсуслашҡан күргәҙмәһен тантаналы асыуҙа ҡатнашты.
Күргәҙмәлә илдең 40 төбәгенән 350 компания үҙҙәренең алдынғы технологияларын ҡуйған. Форум ҡунаҡтары араһында – тармаҡтың алдынғы эксперттары, ғалимдәр, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Азербайжан, Ҡытай, Ҡырғыҙстан, Ливия, Алжир, Беларусь, Камерун, Иордания, Палестина һәм Куба делегациялары.
“Өфөгә предприятиелар етәкселәре, эксперттар, ғалимдар йыйылды. Был сарала Рәсәйҙең күп төбәктәре вәкилдәре ҡатнашыуы бик һәйбәт”, – тине Башҡортостан Башлығы. Беҙ йөкмәткеле һәм ижади эш өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырырға тырышырбыҙ”.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.