

Быға тиклем кешегә айыу һөжүм итә ине, был юлы сират һеләүһенгә еткән. Аяныслы хәл Ҡариҙел районының Үреш-Битулла ауылында булған. 11 майҙа иртән һеләүһен ир кешегә һөжүм иткән һәм уны тырнаған. Был хаҡта Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Ирҙең ҡысҡырыуын ишетеп, ҡатыны ярҙамға ашыға, һәм улар бергәләп һөжүмде туҡтата һәм хәүефте бөтөрә. Зыян күреүсе тейешле медицина ярҙамы алған. БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре ветеринарҙар менән берлектә ваҡиға урынын ҡарап сыҡҡан һәм тикшереү өсөн һеләүһендең кәүҙәһен алып киткән. Лаборатория анализдары хайуанда ҡотороу вирусы булыуын раҫлай.
Ветеринария хеҙмәте белгестәре инфекцияның артабан таралыуын булдырмау һәм ауырыу усағын бөтөрөү өсөн кәрәкле саралар күрә.
Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡала йәки ҡасаба урамдарында ҡырағай хайуандарҙы тапҡан осраҡта ведомствоның оператив-диспетчер хеҙмәтенә ҡыҙыу линия телефондары: +7 (347) 218-04-30 буйынса ашығыс рәүештә хәбәр итергә йәки берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә 112 номеры буйынса шылтыратырға кәрәк.
Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.