Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
21 Май 2025, 05:50

Баҡалы ауылы дауаханаһы яңы ҡорамалдар алды

"Оҙайлы һәм әүҙем тормош" милли проектының төп маҡсаты – граждандарҙың оҙон ғүмерлелегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү 

Баҡалы ауылы дауаханаһы яңы ҡорамалдар алдыБаҡалы ауылы дауаханаһы яңы ҡорамалдар алды
Баҡалы ауылы дауаханаһы яңы ҡорамалдар алды

Ике күсмә хирургия яҡтыртҡысы Баҡалы ауылының үҙәк район дауаханаһына "Оҙайлы һәм әүҙем тормош" милли проекты (национальный проект "Продолжительная и активная жизнь") буйынса оҙатылды. Был хаҡта төбәк һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.


Яңы ҡорамал операцион өҫтәлде яҡтыртыу өсөн хеҙмәт итә, бирелгән төҫ температураһын һаҡлап, яҡтыртыуҙы көйләүҙе тәьмин итә, яҡтылыҡтың юғары сифатына, инфраҡыҙыл һәм ультрафиолет өлкәләрҙә нурланыш булмауына, яҡтыртыу блоктарының еңел хәрәкәт итеүенә, вертикаль күсәрҙәр тирәләй сикһеҙ әйләнеүенә һәм ышаныслы фиксацияға эйә.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл республиканың медицина учреждениелары өсөн 4,5 меңдән ашыу берәмек ҡорамал һәм 99 машина һатып алырға планлаштырҙылар. Бынан тыш, төбәктә алты поликлиника асыласаҡ, туғыҙ медицина учреждениеһы ремонтланасаҡ һәм 134 модуль конструкция берәмеге ҡуйыласаҡ.
"Оҙайлы һәм әүҙем тормош" милли проектының төп маҡсаты – граждандарҙың оҙон ғүмерлелегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу планлаштырыла. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы цифрлаштырыу буйынса эш алып барыла. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.


Фото: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас