

Спорт сараһында өсәр – “Олатай һәм ейән”, “Атай һәм ул”, икешәр – “Атай һәм ҡыҙ”, берәр – “Инәй һәм ул” һәм “Ағалы-энеле” барыһы 10 йыйылма команда ҡатнашты. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса иң күп мәрәйҙе Мәзитовтар – беренсе, Морозовтар – икенсе һәм Фазлутдиновтар өсөнсө урынға сыҡты. Әлмөхәмәтовтар, Ғафаровтар, Иштуғановтар, Зәбировтар, Рәхимовтар, Клоковтар һәм Швейкиндар “Шахмат һөйөүсе ғаилә” номинацияһында билдәләнде. Еңеүселәр райондың йәштәр эше, физик культура һәм спорт комитеты тарафынан Маҡтау ҡағыҙҙары һәм махсус кубоктар алып ҡыуанды.