

Рәсәй Гидрометеорология үҙәгендә бер аҙнаға фараз бирәләр. Уларҙың мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала аҙна буйына болотло һәм һалҡын буласаҡ. Аҙнаның икенсе яртыһында бер аҙ йылыраҡ буласаҡ – +22 градусҡаса, ял көндәренә ҡояш ҡалҡасаҡ.
Гисметео порталы үҙенең оҙайлы фараздары менән дан тота. Унда киләһе айға һауа торошон белергә мөмкин. Уларҙың мәғлүмәттәре буйынса, майҙың икенсе яртыһында һәм июндең беренсе яртыһында һауа торошо бер төрлө буласаҡ. Ҡапыл һыуыҡтар йәки эҫелектәр көтөлмәй. Көндәр буйы термометр бағанаһы +16, +22 градус сиктәрендә торасаҡ. Төндә +8, +14 градус булыуы фаразлана. Ямғырлы һәм ҡояшлы көндәр бер тигеҙ буласаҡ, ҡайһы бер көндәрҙә йәшен фаразлана.
Шулай уҡ Рәсәй Гидрометүҙәге йәйге айҙарға үҙенең оҙайлы прогнозын баҫтырып сығарҙы. Уларҙың мәғлүмәттәренән күренеүенсә, май айында һауа температураһы норманан юғарыраҡ йәки сиктәрендә буласаҡ, йәғни +11, +14 градус һәм унан юғарыраҡ, июнь айында нормаға яҡын йәки унан түбәнерәк, +16, +19 градус тирәһе, йәки түбәнерәк. Май һәм июнь айҙарында яуым-төшөм норма сиктәрендә фаразлана.