

Стәрлетамаҡта төбәктәге иң ҙур коммуналь ҡалдыҡтар сүплеге бөтөрөлдө. Был “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) бурыстарына тап килә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында.
Билдәле булыуынса, ул 70 йыл элек барлыҡҡа килгән һәм ошо ваҡыт эсендә 18,1 гектарға тиклем үҫкән. Унда 1,5 миллион кубометр самаһы ҡалдыҡ йыйылған. Рекультивация техник һәм биологик этаптарҙан тора. Сүплектең өҫтөн һаҡлағыс ҡатлам һәм уңдырышлы ер менән ҡаплайҙар, территорияны төҙөкләндерәләр һәм кәртәләйҙәр.