Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
12 Май 2025, 10:55

Изге һөнәрҙе осраҡлы һайламайҙар

Яҙ айының иң күркәм мәлендә табиптарҙың уң ҡулдары булған шәфҡәтле һөнәр эйәләре үҙҙәренең байрамдарын билдәләй. Көнө-төнө кеше һаулығы һағында тороусы үҙ эшенең оҫталары районыбыҙҙа байтаҡ. Бөгөнгө һүҙем шундай аҡ халатлы фәрештәләрҙең береһе – үҙәк район дауаханаһының психотерапия бүлегендә шәфҡәт туташы Гөлнур Ғәлләм ҡыҙы Юлъяҡшина хаҡында.

Изге һөнәрҙе осраҡлы һайламайҙарИзге һөнәрҙе осраҡлы һайламайҙар
Изге һөнәрҙе осраҡлы һайламайҙар

Әбйәлил районы Өскүл ауылында тыуып үҫкән Гөлнур кескәй генә саҡтан укытыусы һөнәре тураһында хыяллана.
— 10 класта уҡығанда теш дауаларға барҙым, унда аҡ халатлы апайҙы күреп, эх, уның кеүек шәфҡәт туташы булһаң ине, тип уйланым.
Урта мәктәпте уңышлы тамамлап, ҡулына өлгөргәнлек аттестатын алған ҡыҙ күп тә уйлап тормай Салауат ҡалаһының медицина училищеһына уҡырға инә. Уҡыуын уңышлы тамамлаған йәш белгес 1981 йылда Межгорье ҡалаһының госпиталендә хирургия бүлегендә шәфҡәт туташы булып эш башлай.
2009 йылда Юлъяҡшиндар ғаиләһе менән Архангелгә күсеп килә. Хеҙмәтен ошо йүнәлештә дауам итә. Бер аҙ ваҡыттан психотерапия бүлегенә күсә.
Кешеләрҙе яратҡан, ихтирам иткәндәр генә был һөнәргә тоғро ҡала. Гөлнур Ғәлләм ҡыҙы ла тап шундайҙарҙан. Дауаланыусыларҙан да, хеҙмәттәштәренән дә уның тураһында тик йылы һүҙҙәр генә ишетергә мөмкин.
— Шәфҡәт туташы һөнәрен һайлағанға бер ҙә генә үкенмәйем. Эшем шул тиклем оҡшай, тормошомдо унан башҡа күҙ алдына ла килтермәйем. 43 йыл шәфҡәт туташы булып медицинаға хеҙмәт итәм.
Беҙҙең бүлектә күпселеген ауыр ҡайғыларҙан арына алмай, тормоштан йәм тапмаған, хәлдәре бөтөп килгән ауырыуҙар ята. Хәҙерге ваҡытта махсус хәрби операциялағы ир-егеттәрҙең ата-әсәләре, туғандары, ҡатындары дауалана.
Һәр саҡ сирлеләргә күңел йылыһын, иғтибарымды йәлләмәҫкә һәм уларҙың хәлен еңеләйтер өсөн ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышам. Дежурстволар ваҡытында төрлө холоҡло кешеләр менән аралашырға, төрлө ҡатмарлы хәлдәр менән осрашырға тура килә. Уларҙың һәр береһе — яҡшыһы ла, күңелһеҙе лә күңелдә уйылып ҡала. Әммә, дауахананан һауығып, аяҡҡа баҫып сығып киткәндәрҙән рәхмәт һүҙҙәре ишетеү – үҙе бер кинәнес һәм эшемдең һөҙөмтәһе. Хеҙмәтебеҙҙең нескәлектәре күп, шуға күрә даими рәүештә үҙ өҫтөңдә эшләргә, һөнәреңдә заман менән бергә үҫергә лә тура килә, — ти яратҡан һөнәре тураһында шәфҡәт туташы.
Буш ваҡытында Гөлнур Ғәлләм ҡыҙы район мәҙәниәт йортоноң “Хазина” бейеү түңәрәгенә йөрөп, үҙенә йыуаныс таба.
— Рәсимә Мөхәмәтйәрова етәкселегендәге төркөмдә мин туғыҙ йыл ихлас күңелдән шөғөлләнәм, бергәләп төрлө ерҙәрҙә сығыш яһайбыҙ. Район, республика кимәлендәге сараларҙа ла ҡатнашабыҙ. “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсына өс тапҡыр барып, призлы урындар алып ҡайттыҡ. Уҙған йыл бигерәк ҡыуаныслы булды — беҙ мәртәбәле бәйгенең гран-приһын яуланыҡ. Ниндәй генә конкурстарға, ҡайһы ғына ерҙәргә йөрөтмәне беҙҙе Рәсимә Миңлеғәле ҡыҙы. Теләк, дәрт булһа, вакытын да табабыҙ! Яңғыҙ бейеүҙәрем менән медицина хеҙмәткәрҙәре көнөндә, фестивалдәрҙә лә йыш сығыш яһайым.
Медицина өлкәһендәге оҙайлы намыҫлы хеҙмәте, әүҙем эшмәкәрлеге өсөн Гөлнур Ғәлләм ҡыҙы дауахана етәкселеге, район администрацияһы, мәҙәниәт бүлеге исеменән күп тапҡырҙар Мактау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
— Эш урыныбыҙ икенсе ғаиләбеҙгә әүерелеп китә. Шуға күрә ҡулға-ҡул тотоношоп эшләгән коллегаларыма, беҙҙең тырышлығыбыҙҙы яратып ҡабул иткән пациенттарға ла сикһеҙ рәхмәтлемен. Барыһына ла изге эштәрендә уңыштар, күңел тыныслығы, ә дауаланыусыларға иҫәнлек-һаулыҡ теләйем, — ти хәҙер үҙе йәш белгестәргә ҙур таяныс булған Гөлнур Ғәлләм ҡыҙы.
Йылы һүҙ – йән дауаһы тигәндәй, шәфҡәт туташтары сирҙе генә дауалап ҡалмай, шулай уҡ кешенең күңел торошон да хәстәрләргә өлгөрә. Ә уның өсөн кешене лә, һөнәреңде лә яратырға кәрәк. Гөлнур Юлъяҡшина кеүек ауырыуҙарға яғымлы ҡарашын, йылы мөнәсәбәтен йәлләмәгән, Гиппократ антына тоғро ҡалған тырыш хеҙмәткәрҙәрҙең кешелеккә күрһәткән изге эштәре үҙҙәренә лә мең сауап булып әйләнеп ҡайтһын тигән, теләктә ҡалабыҙ.
Физәлиә Ғәниева.
Фото — ғаилә архивынан.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас