Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
6 Май 2025, 04:25

Радий Хәбиров «Өфө – Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» стелаһына сәскәләр һалды

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ «Өфө – Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» стелаһы янында йәмәғәт киңлегенең үҫеше менән танышты.   

Радий Хәбиров «Өфө – Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» стелаһына сәскәләр һалдыРадий Хәбиров «Өфө – Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» стелаһына сәскәләр һалды
Радий Хәбиров «Өфө – Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» стелаһына сәскәләр һалды

Тантанала республика Хөкүмәте ағзалары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, ҡала хакимиәте, министрлыҡтар һәм ведомстволар, Өфө предприятиелары вәкилдәре, шулай уҡ ветерандар, хеҙмәт династиялары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы республика халҡын байрам менән ҡотланы, яҡташтарыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышында еңеү хаҡына батырлығының әһәмиәтен билдәләне.

– Ошо көндәрҙә беҙ тылда еңеү яулағандарҙың барыһына ла хәтер бурысын йөкмәтәбеҙ һәм уларға ҙур рәхмәт әйтәбеҙ, – тине ул үҙ сығышында. - Быйыл республикабыҙ өсөн шатлыҡлы ваҡиға булды. Рәсәй Президенты указы менән Ишембай ҙа "хеҙмәт батырлығы ҡалаһы" тип иғлан ителде.

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-05-01/radiy-h-birov-f-he-m-t-batyrly-y-ala-y-stela-yna-s-sk-l-r-aldy-4221268 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас