Өфөлә быйыл “Үлемһеҙ полк” акцияһы традицион форматта - марш рәүешендә була. Хәрби парад һәм хәрби техника үткәндән һуң ҡатнашыусылар Галле ҡалаһы урамы сатынан Кольская урамы сатына тиклем үтәсәк. Марш барышында рус һәм башҡорт телдәрендә "Катюша" йырын башҡарасаҡтар.
10.00 – 11.00 сәғәттә – төп колоннаны туплау һәм ҡатнашыусыларҙы йыйыу
11.00 - 11.12 сәғәттә – бөтә республикала “Тынлыҡ минуты”
11.12 – 13.00 сәғәттә – “Үлемһеҙ полк” колоннаһының үтеүе.