

Мәҡәләнең геройы — район балалар сәнғәт мәктәбенең хореографы, “Инйәр” һәм “Задоринки” бейеү ансамбелдәре етәксеһе. Ижади коллективтар һәр байрам концерттарының һәм башҡа мәҙәни сараларҙың төп биҙәге булып тора. Уларҙың береһенән-береһе сағыу сығыштары районда үткәрелгән һәр концертҡа айырыуса бер йәм, нәзәкәтлек, күркәмлек өҫтәй.
Араларында оялсандары, кеше менән аралашырға ҡыйынһынғандары ла, ҡыйыуҙары, тиктормаҫтары ла барҙыр. Әммә үҙ эшенең оҫтаһы, Зөлфиә Әсҡәт ҡыҙы уларҙың һәр береһе менән уртаҡ тел тапҡан, был бәләкәс бейеүселәрҙең йөрәгенә юл һалған шәхес. Һанаһаң, әлеге ваҡытта уның ҡул аҫтында төрлө йәштәге 42 бала бейеү серҙәренә төшөнә. Остаздары уларҙың һәр ҡайһыһының яҡын дуҫы, серҙәше. “Инйәр” һәм “Задоринки” ансамбленә йөрөүселәрҙең һаны күп булыуы уҡытыусының тырышлығы, балаларҙы ҡыҙыҡһындыра алыуы тураһында һөйләй. Ата-әсәләр ҙә:
— Беҙҙең етәксебеҙ бейей белмәгәнде лә бейергә өйрәтә, — тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша.
Бында йөрөүсе балаларҙың киләсәктә һәр ҡайһыһы сәхнә йондоҙо булмаһа ла, улар бала саҡтан сәнғәт менән ҡыҙыҡһынып үҫә. Зөлфиә Әсҡәт ҡыҙы — ата-әсәләр өсөн ихтирамлы педагог, хеҙмәттәштәре араһында ла абруйы ҙур.
“Инйәр” бейеү коллективы ағымдағы йылда Өфө ҡалаһында “Рус ҡышы” тип аталған сағыу һәм күләмле халыҡ-ара балалар, үҫмерҙәр һәм өлкәндәр ижады конкурс-фестивалендә ҡатнашты. Йәш бейеүселәр “Халыҡ — сәхнә бейеүе” номинацияһында “Тыпырҙыҡ” башҡорт лирик бейеүен тәҡдим итте. “Инйәр” коллективының сығышы тамашасыларҙы һәм баһалама комиссияһы ағзаларын үҙенең виртуозлығы, хис-тойғолоғо менән таң ҡалдырҙы. Фестиваль йомғаҡтары буйынса “Инйәр” хореография коллективы I дәрәжә лауреаты исеменә лайыҡ булды. Был еңеү етәксенең һәм коллективта ҡатнашыусыларҙың һәләтен һәм ныҡышмалы хеҙмәтен дәлилләне.
Күрше Ҡырмыҫҡалы районының район үҙәгендә тыуып-үҫкән ҡыҙ үҙен белгәндән бирле бейеү менән мауыға.
— Башланғыс кластарҙа бейеү хәрәкәттәрен тәүге тапҡыр уҡытыусым Хәҙисә Тимерхан ҡыҙы Богданова өйрәтте, уның асылына, мәғәнәһенә төшөнөргә иһә артабан Стәрлетамаҡта Башҡорт республика мәҙәни-ағартыу техникумында (хәҙерге Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы) уҡығанда остаздарым ярҙам итте. Бигерәк тә хореография буйынса уҡытыусыларым Люция Аллабирҙина, Светлана Ушанова, Роберт Ишмаков, Рәлиф Сәйфуллинға миндә бейеү мөмкинлектәрен күреп, уны үҫтереүгә, артабан сәхнәгә сығарыуға ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт әйтәм.
Ҡырмыҫҡалы район мәҙәниәт йортоноң сәхнәһендә ул 21 йыл дауамында төрлө бейеүҙәр менән сығыш яһай. Артабан балалар сәнғәт мәктәбенә эшкә урынлаша. Зөлфиә Әсҡәт ҡыҙы етәкләгән һәм ойошторған өлгөлө “Йондоҙ” бейеү ансамбле быйыл үҙенең 30 йыллыҡ матур юбилейын билдәләй. Бөгөнгө көндә тиҫтәнән ашыу тәрбиәләнеүсеһе уның юлын дауам итә, сәнғәт мәктәптәрендә, балалар баҡсаларында эшләүселәр ҙә күп. Улар менән һәм әлеге көндә Рудольф Нуриев исемендәге хореография училищеһында белем алған уҡыусыһы Данил Йосупов менән остаздары хаҡлы рәүештә ғорурлана.
Тормош иптәше һөнәре буйынса осоусы, әлеге көндә аэропортта хеҙмәт итә. Ғүмер юлынан иңдәрен-иңгә терәп 32 йыл дауамында бергә баралар. Бер улға, ҡыҙға ғүмер биреп, уларҙың уңыштарына, ҡаҙаныштарына һөйөнөп йәшәйҙәр.
Беҙҙең районға Зөлфиә Әсҡәт ҡыҙы махсус саҡырыу буйынса килеп, район балалар сәнғәт мәктәбендә үҙ предметы буйынса төплө белем биреп кенә ҡалмай, йәш быуынды үҙ халҡының мәҙәниәтенә, традицияларына ылыҡтыра, шәхес булараҡ тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлә.
— Бейеүҙәр оҙаҡ тыуамы? — тип һораным бер ваҡыт концерттан һуң осрашҡанда, “Инйәр”ҙең береһенән-береһе матур бейеүенә һоҡланып.
— Төрлөсә. Бейеү минең башымда тыуа. Өйҙә нимә эшләһәм дә, урамда атлап барһам да — күҙ алдымда шул бейеү. Уҡыусыларым менән ике-өс аҙна эсендә сәхнәгә ҡуябыҙ. Әммә беҙ бит төрлө конкурстарға йыш йөрөйбөҙ, төрлө дәрәжәләге сараларҙа даими ҡатнашабыҙ. Ана шулар менән оҙаҡҡараҡ һуҙылырға мөмкин, — тип яуапланы ул. — Уҡыу программаһына ярашлы йылына ике генә бейеү әҙерләп, уны отчет концертына тәҡдим итергә тейешбеҙ. Бейеү дәрестәре — ул тәү сиратта оҙайлы күнегеүҙәр, техника һәм оҫталыҡты камиллаштырыу, тәртип.
Әлбиттә, беҙҙә шөғөлләнеүсе балаларҙың барыһы ла бейеүсе булып китмәйәсәк. Ундай маҡсат та ҡуйылмай. Ләкин бейеү тигән сихри донъяға бер килгән кеше ғүмер буйы уйҙары, эштәре менән матурлыҡҡа ынтыласаҡ. Сөнки был ынтылыш көндәлек дәрестәрҙә һәр күҙәнәгенә һеңеп бара. Ҡолағында сыңлап торған милли көйөбөҙ күнегелгән хәрәкәттәрҙе йәнә һәм йәнә ҡабатларға әйҙәйәсәк – хатта олпатланып, сәхнәгә сығыуына байтаҡ йыл үтһә лә, – ти әңгәмәсем.
Ошо һөйләшеүҙән һуң, мин уның һәр бейеүен айырым иғтибар менән ҡарайым. Береһен-береһе ҡабатламаҫ, башҡарған һайын төрлө бейеүҙәр ялҡытмай. Ҡайҙан таба икән ул был хәрәкәттәрҙе? Һәр бейеүгә костюмдарҙы ла үҙе уйлай бит. Бында бер генә һүҙ әйтеп була: Зөлфиә Илмурзина — ысын һәләт эйәһе.
Физәлиә Ғәниева әңгәмәләште.
Фото Зөлфиә Илмурзина тарафына ебәрелде.