Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
21 Апрель 2025, 06:58

"Үҙ ереңдең, ауылдаштарыңдың, мәнфәғәттәрен ҡайғыртыу – икеләтә яуаплылыҡ"-

ти Тәүәкәс ауыл хакимиәте башлығы Рөстәм Иштуғанов

"Үҙ ереңдең, ауылдаштарыңдың, мәнфәғәттәрен ҡайғыртыу –  икеләтә яуаплылыҡ"-"Үҙ ереңдең, ауылдаштарыңдың, мәнфәғәттәрен ҡайғыртыу –  икеләтә яуаплылыҡ"-
"Үҙ ереңдең, ауылдаштарыңдың, мәнфәғәттәрен ҡайғыртыу – икеләтә яуаплылыҡ"-

Республикабыҙҙа урындағы үҙидара органдарына бик күп һорауҙар буйынса мөрәжәғәт итәләр: торлаҡ-коммуналь мәсьәләләрҙе хәл итеү, инфраструктура, йәшелләндереү һәм төҙөкләндереү, урамдарҙың исемен билдәләү, мәҙәни саралар үткәреү һәм башҡалар. Илдә был көн 13 йыл рәттән билдәләнһә лә, урындағы үҙидара мөһим дәүләт институты булараҡ күптән танылды. Бөгөнгө көндә урындағы үҙидара - халыҡҡа иң яҡын торған власть органы. Граждандар менән менән дәүләт араһындағы күпер, берләштереүсе көс булып тора. Муниципаль кимәлдә граждандарҙың көндәлек тормошондағы мөһим һәм көнүҙәк мәсьәләләре хәл ителә. Райондың социаль-иҡтисади үҫешен яҡшыртыу, халыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырыу яуаплылығы урындағы үҙидара органдарының иңенә һалынған. Депутаттар корпусы район һәм ауыл Советтарында урындағы әһәмиәтле һорауҙарҙы хәл итә, үҙҙәренең округтарында йәшәгән граждандарҙың мәнфәғәтен яҡлай. Бөгөн беҙҙең районда 12 ауыл биләмәһе үҙенең эшен “Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидаралыҡты ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы федераль ҡанунға ярашлы ойошторған. Муниципаль берәмек органдарының көндәлек эшмәкәрлеген ветерандар, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, ағинәйҙәр ҡоро, ҡатын-ҡыҙҙар советы,  кеүек йәмәғәт ойошмаларына таянып башҡарыуы үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Үҙидара органдарының абруйы көндәлек эштән тора. Киләсәктә лә районыбыҙҙың үҫеше хаҡына, халыҡтың йәшәү кимәлен тағы ла яҡшыртыу өсөн бар көстәрен һалып, бергәләшеп эшләүе мөһим.

Муниципаль власть кешеләргә яҡыныраҡ тора. Халыҡ ихтыяжы – уның көндәлек хәстәрлеге. Шуға күрә урындарҙа эш тәжрибәһенә эйә булған етәкселәр һәм белгестәр – айырыуса ҡиммәтле кадрҙар. Улар урындағы халыҡты нимә борсоуын яҡшы белә, теләһә ниндәй мәсьәләне хәл итеү, һәр башланғысты тормошҡа ашырыу улар менән аралашыуҙан башлана.

– Тәүәкәс ауыл хакимиәте башлығы Рөстәм Иштуғановтың ошо төбәктән булыуы, был ерҙәрҙе, халыҡты яҡшы белеүе – уңыштың бер өлөшөлөр,-тип үҙ фекерен белдерҙе БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Тимерғәле Ураҙғолов. – Күптән түгел граждандарҙы ҡабул итеү сараларына халыҡ үҙенең проблемалары тураһында һөйләргә, киләсәккә пландар билдәләргә генә түгел, ә уға яҡшы һүҙҙәр еткерергә лә килде. "Рөстәм – үҙебеҙҙең ауыл егете. Быйыл Тәүәкәсте һыу баҫа башлағанда йүгереп йөрөп ярҙам итте. Берәүҙе лә иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Рәхмәт уға!” – тине халыҡ.

Рөстәм Әхәт улы, был вазифаға күптән түгел ҡуйылһа ла, тиҙ-арала ауылдаштарының тиҙ-арала ышанысын, хөрмәтен яулап өлгөрҙө. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ярайһы уңыштарға ла өлгәште. Былтыр “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы конкурсында ҡатнашып, трактор һатып алды. Ауыл биләмәһендә маскировка селтәрҙәре үреү буйынса ике штаб эшләй. Тәүәкәстәр яугирҙәргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтә. Рөстәм Әхәт улы үҙе район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин менән ике тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау алып барҙы.

Тәүәкәс ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы бурысын Рөстәм Иштуғанов 2023 йылдан алып атҡара. Яҡташыбыҙ өлгөлө ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫә. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, тырыш хеҙмәте менән яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. 2012 йылда үҙҙәренең Тәүәкәс ауылы ҡыҙы Регинаға өйләнгән, матур ғаиләлә өс бала үҫә.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас