Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
17 Апрель 2025, 04:10

Быйыл да диктантты берҙәм һәм бергә яҙайыҡ!

Юлдаш ЙОСОПОВ: Акцияла ҡатнашыу – ул туған телебеҙгә мөнәсәбәтебеҙҙең сағылышы.   

26 – 28 апрелдә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу үтә. Йыл һайын үҙ майҙансыҡтарында меңдәрсә телһөйәрҙе бергә туплаған сараның әһәмиәте тураһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов менән һөйләштек.

– Бөгөнгө тиҙ үҙгәреүсән, глобалләшеү, технологиялар заманында беҙгә – башҡорт халҡына туған телебеҙҙең яңы кимәлгә сығыуы, яңы даирәләргә таралыуы бик мөһим. Һәр тел – ул айырым бер халыҡтың ғына түгел, бөтә кешелектең мираҫы. Быны иң тәүҙә үҙебеҙ аңларға, күрһәтергә һәм иҫбатларға тейешбеҙ. Шуға күрә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант кеүек әһәмиәтле сараларҙа һәр беребеҙҙең ҡатнашыуы һәм яҡындарыбыҙҙы, дуҫтарыбыҙҙы, таныштарыбыҙҙы саҡырыуы зарур. Акцияла ҡатнашыу – ул ниндәйҙер кимәлдә туған телебеҙгә мөнәсәбәтебеҙҙең сағылышы ла.

Тулыраҡ мәғлүмәт  https://bashgazet.ru/articles/bash-ort-donya-y/2025-04-16/byyyl-da-diktantty-ber-m-m-berg-ya-ayy-4200216 

 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас