Абҙандар элек-электән байрам булһынмы, йыйылышмы – иң тәүҙә клубҡа йыйыла. Мәҙәни усаҡты гөрләтер, халыҡты бергә ойошҡанлы йыйыусы кешеһе булыу бик мөһим. Шулай Яңы клуб мөдире елкәһенә ҙур ғына бурыс йөкмәтелгән.
— Абҙан ауыл хакимиәте, мәктәп, китапхана, “Өмөт” халыҡ театры, балалар сәнғәт мәктәбе, ауыл кешеләре менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Күләмле мәҙәни сараларҙы бергә кәңәшләшеп ойошторабыҙ, өмәләргә лә берҙәм сығабыҙ, — ти мөдир.
Абҙан мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Өмөт” театры ошо арала үҙенең исемен яҡлау өсөн яңы спектакль әҙерләй, костюмдар тегә, реквизиттар йыя, сәхнәне киңәйтә. “Өмөт” башта 1971 йылда драма тәүңәрәге булып ойошторола, ә 1995 йылда театр коллективына “Халыҡ театры” юғары исеме бирелә. 2004 йылда уның етәксеһе итеп Вәлимә Өмөтбаева тәғәйенләнә.
– Әле “Өмөт” башҡорт халыҡ театрында 18-75 йәшлек утыҙ самаһы кеше шөғөлләнә. Төрлө һөнәр эйәләре улар. Көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәреп, халыҡҡа театрҙың кәрәклеген, әһәмиәтен аңлатырға тырышабыҙ. Өҫтәүенә беҙҙә “Осҡон” балалар театры эшләй – үҙебеҙгә алмаш тәрбиәләйбеҙ. Талантлы йәштәребеҙгә артабан республикабыҙҙағы сәнғәт уҡыу йорттарының театр бүлектәренә уҡырға инергә ярҙам итәбеҙ. Бик күп фестивалдәрҙә ҡатнашып, дипломдарға, лауреат исемдәренә лайыҡ булдыҡ. Төрлө райондарға, ауылдарға сығып спектаклдәребеҙҙе күрһәтәбеҙ, – ти Вәлимә Ишбулды ҡыҙы.
Яңы эш башлаған “Ҡорама” түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр ҙә байтаҡ. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары: Зәйтүнә Мусина, Галина Яҡшимбәтова, Рәйхана Бикбулатова, Рәмилә Мусина, Динә Килмөхәмәтова, Вәлимә Яҡшымбәтова түңәрәккә бик теләп йөрөй, тиҙҙән уларҙың ҡорамалары төрлө күргәҙмәләрҙә урын алмаҫ, тимә. Уны тегенсе Мәреүә Фәйзуллина ойошторған. Өйрәнсектәр араһында мәктәп уҡыусыларының булыуы айырыуса һөйөндөрә, сөнки был башланғыс ҡул эштәренә генә өйрәтеп ҡалмай, ә халҡыбыҙҙың йола кәсептәре тергеҙелеп, йәш быуынға еткереү, халҡыбыҙҙың милли асылын танытыу булып тора.
Ҡорама ҡорау – халҡыбыҙҙың борондан килгән матур шөғөлдәренең береһе. Бигерәк тә килен оҙатҡанда уның даны бирнәһендәге ҡорамаларҙың күплеге һәм сағыулығы менән билдәләнгән. Боронғолар бала тыуғас, бала юрғаны теккән. Уны бетеү юрғаны тип тә йѳрѳткәндәр. Бетеү юрғаны сабыйҙы тѳрлѳ ауырыуҙарҙан, яман күҙҙән, ен-пәрейҙән һаҡлай, тип ышанғандар.
Динә Килмөхәмәтова ла үҙ эштәре тураһында һѳйләп үтте. Ул ҡорама әйберҙәрҙән тыш ҡатын-ҡыҙҙар өсөн түшелдеректәр яһай һәм бәйләй. Абҙан апайҙары уның оҫталығы тураһында йылы һүҙҙәр әйтте.
Мәҙәниәт йортоноң “Дуҫлыҡ” вокаль төркөмө ауыл, район сәхнәләрендә үткән һәр мәҙәни сараның уртаһында ҡайнай. Улар бихисап район, республика конкурстары, фестивалдәренең ҡатнашыусыһы һәм еңеүселәре. Унда ауыл халҡы, мәктәп уҡытыусылары, мәғариф хеҙмәте ветерандары бик теләп йөрөй.
Абҙанда һаҡ селтәрҙәрен үреү буйынса оҫтахана үҙ эшен районда тәүгеләрҙән булып башлай. Уларҙың маҡсаты – махсус хәрби операция зонаһында ил именлеге һағына баҫҡан яҡташтарыбыҙға ярҙам итеү. Барыһының да теләге бер – яуҙа йөрөгәндәр еңеү яулап, барыһы ла имен-һау ғына һәм тиҙерәк үҙ төйәктәренә әйләнеп ҡайтһындар.
Ауылдың мәҙәни тормошон төрлөләндереп, бығаса үткәрелмәгән ҡыҙыҡлы саралар уҙғарырға, онотолоп барған йолаларға яңы һулыш бирергә тигән уй-теләк менән эшләй яңы мөдир.
Физәлиә Ғәниева.