Инйәр
+30 °С
Облачно
Новости
9 Апреля 2025, 09:35

Бушлай ремонт яһалмай

Архангел ауылында түләүҙәр, хаҡтар һәм үҙгәрештәр хаҡында күп фатирлы йорттар хужалары менән 15-се тапҡыр “Управдом” муниципаль форумы үтте. Был өлкәлә йәнә үҙгәрештәр көтөлә...

Йыйылышта күп фатирлы йорттарҙың рәйестәре һәм милекселәре, район хакимиәтенән, ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар һәм идарасы компания вәкилдәре ҡатнашты. Сараны район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин үткерҙе. Ул бындай осрашыуҙарҙың халыҡ менән асыҡ диалог алып барырға мөмкинселек биреүен билдәләне. Кәңәшмәлә төп мәсьәләләр: торлаҡ фонды менән идара итеү, торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр кеүек мәсьәләләр ҡаралды.

2022 йылдан республикала күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт өсөн минималь иғәнә күләме үҙгәрешһеҙ ҡала килә. Был ваҡыт эсендә материалдарға һәм хеҙмәттәргә хаҡтар артты, тарифтар – шул килеш. Әлеге ваҡытта беҙҙең республика капиталь ремонтҡа иғәнәләр иң түбән булған субъекттар иҫәбенә инә. Ә ул йорттарҙың торошона йоғонто яһай башланы ла инде.

Башҡортостан, капиталь ремонтҡа аҡса түләү күләме буйынса, Рәсәйҙәге 89 субъект араһында 77-се урында тора. Әгәр Рәсәй буйынса уртаса взнос күләме квадрат метрына 12,83 һум торһа, Волга буйы федераль округы буйынса ул 9,35 һум, республикала 7,78 һум (6 ҡатлы йорттар өсөн 7,46 һум/кв.м, 6 ҡаттан юғарыраҡ булһа – 8,1 һум). Үткән йылда Рәсәйҙең 74 төбәгендә тариф күтәрелде, шул иҫәптән, Һамар, Киров өлкәләре һәм Башҡортостандан башҡа, Волга буйы федераль округының 11 субъектында. Шуның менән бергә, Ырымбур өлкәһендә иғәнәнең күләме 4 процентҡа арттырылһа, Ульяновск өлкәһендә – 46! процентҡа.

Торлаҡ коммуналь хужалыҡ министрлығы 2025 йылдың 1 майынан капремонтҡа түләүҙе арттырыуҙы күҙ уңында тотҡан проект әҙерләгән: 6 ҡатҡа тиклемге йорттарҙа “квадрат”ына 12,5 һум, 6 ҡаттан юғарыраҡ булһа – 13,2 һум.

“БР күп фатирлы йорттарҙа дөйөм милекте капиталь ремонтлауҙың төбәк операторы” фондының көньяҡ зона буйынса капиталь ремонт бүлеге начальнигы Сергей Лёвкин:

–  Республикала ғәмәлдәге минималь тариф инфляция ваҡытында барлыҡҡа килгән сығымдарға яуап бирмәй. 2023-2024 йылдарҙа төҙөлөш ресурстарының хаҡы һиҙелерлек артты. Ә төбәк капиталь ремонт программаһының финанс тотороҡлолоғо туранан-тура капремонтҡа иғәнә күләменән һәм дәүләт финанс ярҙамы күләменән тора.

Бер кемгә лә сер түгел, хаҡтар артынан ҡыуып етеп булмай. Әле бер нәмәгә, әле икенсеһенә уларартып ҡына тора. Бына ошондай хәлдән нисек сығырға тигән һорау тыуа.

– Капиталь ремонт – ул ағымдағы эштәр генә түгел, ә күләмле проекттар: лифттарҙы алмаштырыу, ҡыйыҡтарҙы ремонтлау, һыу менән тәьмин итеү, йылытыу, электр менән тәьмин итеү системаларын яңыртыу һәм башҡалар. Әммә аҡса етмәү сәбәпле, күп йорттар кәрәкле ремонтты ваҡытында ала алмай. Проблемалар йыйыла, ә уларҙы хәл итеү билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелә бара. Һөҙөмтәлә, торлаҡ хужалары авария хәлдәренә юлыға. Ә бит авария хәлдәренә юл ҡуймаҫҡа мөмкин булыр ине, – тип аңлатты, Айрат Закир улы. – Капиталь ремонт – ул сығымдарҙан тыш, киләсәккә инвестициялар һалыу, тигән һүҙ. Проблемаларҙы хәл итеүҙе оҙағыраҡ кисектергән һайын, уларҙы бөтөрөү шул тиклем ҡыйбатҡа төшәсәк. Иғәнә күләмен минималь күтәреү капиталь ремонт фондын арттырырға һәм күберәк йорттарҙы ремонтларға мөмкинлек бирәсәк.

Шул уҡ ваҡытта, әгәр взностар элекке кимәлдә ҡалһа, хәл киҫкенләшеүе ихтимал. Ремонтҡа мохтаж йорттар емерелеүен дауам итәсәк. Был йортта йәшәүселәрҙең йәшәү сифатын насарайтып ҡына ҡалмай, етдирәк эҙемтәләргә лә килтерәсәк: авария, ашығыс ремонтҡа сығымдарҙы арттырыу һәм хатта кешеләрҙең именлегенә хәүеф янауы ла бар.

Түләүҙәрҙе арттырмайынса проблеманы хәл итеп булмай, ремонтты тиҙләтеү өсөн, тарифтарҙы күтәреү тураһында хужалар үҙҙәре ҡарар ҡабул итә. Мәҫәлән, Өфөлә Пархоменко урамындағы йортта йәшәүселәр иғәнәне квадрат метрына 10 һумға тиклем арттырғандар (раҫланған тариф 7,46 һум), был инде 2024 йылда ҡыйыҡты ремонтларға мөмкинлек биргән. Бындай башланғыстар кешеләр үҙ йорттарында уңайлыҡтар һәм хәүефһеҙлек сараларын күреү өсөн аҡса һалырға әҙер икәнлеген күрһәтә.

Дәүләт капиталь ремонт мәсьәләне хуплай, әммә халыҡтың ҡатнашлығынан тыш проблеманы хәл итеү мөмкин түгел. Иғәнәләрҙе арттырыу мәсьәләһе – ул квитанциялағы һандар ғына түгел, ә өйҙәребеҙ киләсәк быуындар өсөн ныҡлы һәм уңайлы булып ҡалһын өсөн хәстәрлек күреү.

Нисек кенә булмаһын, торлаҡ мәсьәләһе, коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар иң ныҡ бәкәлгә һуҡҡан мәсьәлә булып ҡала. Кәңәшле эш тарҡалмаҫ, тигәндәй, етәкселәр ҙә, халыҡ та бер фекергә килеп эш иткәндә, эштәр яйға һалыныр. Форум барышында күп фатирлы йортта йәшәүселәр менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү булды. Улар урындағы етәкселеккә үҙҙәрен борсоған һорауҙарын биреп яуаптар алды. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды.

 С 1 мая 2025 года в Башкортостане изменятся тарифы за капремонт.

Минимальный взнос составит:
- 12,5 руб./м² – для домов до 6 этажей;
- 13,2 руб./м² – для домов выше 6 этажей

Почему повысили тарифы?

- Из-за удорожания строительных материалов и работ. Низкий взнос не покрывает реальные расходы на ремонт, поэтому сокращается количество отремонтированных домов.

- Из-за риска аварийных ситуаций. Если не ремонтировать дома вовремя, могут возникнуть ситуации, которые будут угрожать безопасности жильцов.

- Из-за недостатка средств работы приходится переносить на поздние сроки.

Благодаря индексации взносов сохранится объем запланированных работ, а также их качество и сроки выполнения.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас