21-28 апрелдә Башҡортостан Республикаһының Фехтование үҙәгендә 22 төбәктән 500-ҙән ашыу спортсы ҡатнашлығында Бөтә Рәсәй турниры үтәсәк. Программала өс олимпия дисциплинаһы буйынса ла ярыштар: рапира, шпага һәм ҡылыс менән алышыу. Уны асыу тантанаһы 21 апрелдә Рәсәй Фехтование федерацияһы һәм БР Спорт министрлығы вәкилдәре ҡатнашлығында үтәсәк.
Подробнее по ссылке https://bashgazet.ru/news/sport-m-turizm/2025-04-04/i-k-sl-fehtovanie-o-talary-f-l-ge-chempionatta-atnasha-4184961