— Һуғыштан һуңғы тәүге йылдарҙа трахома (күҙ ауырыуы), сәсәк, ҡыҙамыҡ һәм башҡа йоғошло ауырыуҙарҙы бөтөрөү буйынса киң күләмле саралар уҙғарылды. Һәр ауылда тиерлек трахоматоз пункттары асылды. Ул йыш ҡына ябай өйҙөң йә китапхананың ярты яғында урынлашҡан ине. Миңә Ҡыҙылъяр, Аҡъяр, Көмәрле ауылдарында эшләргә тура килде. Яйлап медпункт төҙөлдө. Ауыл ҙур, эш гөрләп торҙо. Сирләп киткән кешеләр укол һалдыра, йә арҡаһына банкалар ҡуйҙыра, ҡан баҫымын үлсәтә, тейешле дауаланыу ала.
Кисен йәш-елкенсәк менән клубҡа сыҡҡан һөйкөмлө һәм һәр кемгә иғтибарлы шәфҡәт туташына күҙ һалыусы егеттәр аҙ булмағандыр. Ҡыҙға ауыл егете Тимерйән Әбғәлим улы тәү күреүҙә ғашиҡ була һәм үҙенә ҡарата. Йәштәр бер аҙ дуҫлашып йөрөгәндән һуң, 1961 йылдың ғинуарында ғаилә ҡора һәм ауылда төпләнеп ҡала. Тимерйән ағай төпсөк ул булғас, әсәһе Хәспъямал инәйҙе яңғыҙын ҡалдырмай. Йәш килен ҡәйнәһен үҙ әсәһеләй яҡын күреп һәм ихтирам итеп, бер һүҙгә килмәй, 35 йыл бергә йәшәй.
Шәфиғә Ғәлләм ҡыҙы 40 йыл дауамында ауылдаштарының сәләмәтлеге һағында тора. Ауыл фельдшерына эшләүе еңелдән булмай. Тәүлектең һәр сәғәтендә уға мөрәжәғәт итеүселәр табыла, көн һәм төн тимәй, ямғыр яуамы, ҡармы — ул һәр саҡ сирлеләр янына ашыға, уларға тәүге ярҙам күрһәтә, өйҙәренә барып дауалай. Уның йоҡоһоҙ үткәргән төндәре лә күп була, әммә һис кенә лә зарланып ултырмай. Иренең дә уны һәр саҡ аңлап тороуы, кәрәк ваҡытта ауырыуҙы район дауаханаһына транспорт табып алып барыуы, көтөп алып ҡайтыуы маҡтауға лайыҡ.
— Эшемде яратҡас, ауыр булды тип әйтә алмайым. Киреһенсә, кемгәлер ярҙам итеүем, уны үлемдән йолоп ҡала алыуым менән бәхетлемен, — тип һүҙ башланы әңгәмәсем. — Бигерәк тә ауырлы ҡатындарҙы дауаханаға алып барып һалыуы ҡыйын ине. Улар көндәре еткәнсә ғаиләһен, өйөн ташлап китә алмай йөрөп, ахыр сиктә өйҙә бала таба торғайны. Бик күп балаға “кендек инәһе”мен, — тип хәтирәләрен дауам итә.
Мөхәббәт емештәре булып Сәйғафаровтар ғаиләһендә өс ҡыҙ һәм бер малай донъяға килә. Әле уларҙың барыһы ла эйәле башлы булып, һәр кемеһе үҙ ғаиләләре менән матур ғүмер кисерәләр. Тормош иптәше ғүмере буйы совхозда төрлө эштәрҙә хеҙмәт итә. Оҫта гармунсы, матур тауышлы Тимерйән ағай ауыл клубы сәхнәһенән төшмәй. Татыу ғаилә парына 60 йыл бергә йәшәргә насип була. 2021 йылда ул, коронавирус ауырыуы һөҙөмтәһендә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баҡыйлыҡҡа күсә.
Тормош иптәше вафат булғас, ҡайғы-хәсрәттәрен ҡул эштәре менән баҫа, дини белем эстәргә тотона. Шәфиғә инәй бәйләгән төрлө диван, ултырғыс япмалары, күтәрмәнән алып бөтә иҙәндә түшәлгән сағыу балаҫтары, үҙе иләп бәйләгән йылы ойоҡбаштары күҙҙең яуын ала.
Бөгөн Шәфиғә Ғәлләм ҡыҙыңың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләрҙәре — өләсәләренең иң көтөп алған ҡәҙерле ҡунаҡтары.
Бер минутын да бушҡа үткәрергә ғәҙәтләнмәгән ағинәй баҡсаһын ҡарай, ҡош-ҡорт аҫрай, кистәрен ғәрәпсә өйрәнеп, Ҡөрьән-Кәримде уҡып, дини һабаҡтар ала.
Артабан да балалар игелеге күреп, күңел тыныслығында йәшәргә яҙһын!
Физәлиә Ғәниева.