Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
4 Апрель 2025, 06:46

Бейеүҙәрҙә — халҡым тарихы, уның яҙмышы

Кушнаренкола фольклор байрамы уҙҙы

Бейеүҙәрҙә — халҡым тарихы, уның яҙмышыБейеүҙәрҙә — халҡым тарихы, уның яҙмышы
Бейеүҙәрҙә — халҡым тарихы, уның яҙмышы

Кушнаренко район үҙәгенең мәҙәниәт-спорт комплексында республиканың төрлө район һәм ҡалалары вәкилдәре “Кушнаренко тандары” республика фольклор ижады фестиваленә йыйылды.
Проект Башҡортостан Республикаһы халыҡ йолаларының әһәмиәтен арттырыу, фольклор коллективтарҙың ижади әүҙемлегенә ярҙам итеү, халыҡ жанры оҫталары мираҫын һаҡлау, үҫтереү, яңы коллективтарҙы асыу маҡсатында ойошторолдо.
Һайлап алыу этабы онлайн режимында уҙҙы, унда республиканың 27 муниципаль берәмегенән 39 коллектив ҡатнашты. Ижадсылар үҙҙәренең программаларын 10 минутҡа тиклем дауамында видеоролик формаһында тәҡдим итте. Унда төрлө жанрҙағы әҫәрҙәрҙе дүрт номинацияла: “Традиция”, “Күсәгилешлек”, “Тергеҙеү”, “Фольклор-бейеү коллективтары” мотлаҡ башҡарыу ҡаралған ине.
Конкурстың финалына республика ҡала-ауылдарынан барлығы 412 кешелек 23 коллектив үтте. Беҙҙең район намыҫын был мәртәбәле бәйгелә Рәсимә Мөхәмәтйәрова етәкселегендәге “Хазина” бейеү ансамбле һәм “Ихлас” фольклор төркөмө яҡланы.
Ҡатнашыусыларҙы филология фәндәре докторы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Розалиә Солтангәрәева рәйеслегендәге абруйлы жюри баһаланы. Уның составына З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының сәнғәт теорияһы һәм тарихы кафедраһы уҡытыусыһы, театр белгесе, тәнҡитсеһе Ирина Шәмсетдинова; БР-ҙың атҡаҙанған артисы, балетмейстер Гөлназ Аҡназарова; Республика халыҡ ижады үҙәгенең халыҡ ижады бүлеге мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Эльвира Әхмәтйәнова инде.
Конкурс сиктәрендә жюри ағзалары һәм фольклор коллективтары етәкселәре ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Унда ҡатнашыусыларҙың иғтибары фольклорҙы тергеҙеү, һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләренә, шулай уҡ йәш быуын араһында уны популярлаштырыу ысулдарына, үҙенсәлекле йолаларҙы һаҡлауға һәм коллективтар араһында тәжрибә уртаҡлашыуға йүнәлтелде.
Конкурс йомғаҡтары буйынса жюри ҡарары менән “Хазина” бейеү ансамбле һәм “Ихлас”фольклор төркөмө II урын лауреаты исеменә лайыҡ булды һәм 7 мең һумлыҡ аҡсалата сертификат менән бүләкләнде.
Физәлиә Ғәниева.
Рәсимә Мөхәмәтйәрова тарафынан ебәрелгән фото.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас