Район мәҙәниәт йортонда өлкән быуын өсөн “Мин яратам һине, тормош!” республика фестивале сиктәрендә бай йөкмәткеле сара үтте. Оло йәштәгеләр өсөн тәғәйенләнгән был ижади бәйге киң билдәлелек яулап, йыл һайын уҙғарылып килә. Уны Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ололарҙың ижади эшмәкәрлегенә йәмғиәттең иғтибарын көсәйтеү, уларҙың һәләтен үҫтереүгә булышлыҡ итеү, интеллектуаль һәм ижади мөмкинлектәрен мәҙәниәттә ҡулланыу һәм һәләттәрҙе асыҡлау маҡсатынан ойоштора.
Ауыл биләмәләренән йыйылған үҙешмәкәр артистар, йыр һөйөүселәр, нәфис һүҙ оҫталары берләшеп, тамашасыларға һәм жюри ағзаларына сағыу концерт программаһы тәҡдим итте. Тамаша дауамында ялҡынлы шиғырҙар, йырҙар яңғыраны, төрлө музыка ҡоралдарында көйҙәр башҡарылды.
Район мәҙәниәт йорто художество етәксеһе Сәриә Мағазова сараны ике телдә лә ҙур оҫталыҡ менән алып барҙы. Концерт Тамара Скрябинананың (Валентиновка ауылы) фортепианола башҡарған “Яугир төшө” әҫәренән башланды. Конкурсты дауам иткән “Миләштәр” (Ҡыҙғы) фольклор төркөмө — “Улдарыбыҙ китте ил һағына”, Зәлифә Фәйзуллина, Миңлегөл Түләбаева, Зәлиә Сәйфуллинаның (Муллаҡай) вокаль триоһының —“Тыныслыҡ ораны”, “Инйәр” вокаль ансамбле (Көмәрле) —“Үлемһеҙ полк”, “Рус биҙәктәре” халыҡ хорының (Ҡыҙыл Еҙем) —“Ике батыр ҡайтып килә” йырҙары тамашасылар тарафынан көслө алҡыштарға күмелде. Абҙандан Хәмзә Әлимғолов — “Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын...”, Оҙондарҙан Фәғим Лоҡманов —“Һалдаттар”, Горныйҙан Мәреүә Шәрәфетдинова — “Алыҫта ут яна”, Ҡыҙыл Еҙемдән Людмила Ускова — “Әсәй”, район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Фәрүәз Камалетдинов — “Тыуған ерем” йырҙары менән сығыш яһанылар.
Ҡыҫындынан Бибинур Рәхмәтуллина һәм Убаларҙан Зөбәйҙә Йәнешева — “Ҡыр ҡаҙҙары”, Успенканан Елена Афанасьева — “Еңеү көнө” шиғырын, Казанканан Надежда Отрякова — “Әсәй тураһында баллада”, Максим Горькийҙан Галина Шалькова — “Тәмәке еҫе һеңгән вагон тураһында баллалда”, Валентинованан Юрий Дмитриев үҙенең бер шәлкем әҫәрҙәрен күңелдәргә үтеп инерлек итеп башҡарҙы. Баҡалдынан Фатима Мәзитова балалайкала уйнап, таҡмаҡтар әйтте.
Ҡыҙғы ауылынан Зәкиә Мөхәмәтова:
— Бер-беребеҙгә ярҙамлашып, дуҫ, татыу, берҙәм йәшәйбеҙ. Милли рухыбыҙҙы юғалтмаҫҡа, ауылыбыҙҙы һүндермәҫкә, йәштәргә үрнәк булырға тырышабыҙ. Күркәм фестивалдә ҡатнашыу барыбыҙға ла яҡшы кәйеф һәм ыңғай тәьҫораттар бүләк итте.
Райондың ижади тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәгән Шәүрә Фазылова:
— Мәҙәниәт йортоноң “Ихлас” фольклор һәм “Зифа” мәсетенең “Аль-Зәһрә” төркөмөндә әүҙем ҡатнашам. Минең өсөн сәхнә, йыр, ижад — ул тормошомдоң айырылғыһыҙ өлөшө, булмышы, илһам сығанағы, — тип тамашанан үҙ тәьҫораттары менән бүлеште.
Район һәүәҫкәрҙәренең ижади бәйгеһе күңелле һәм сәмле барҙы. Сығыштар көслө алҡыштар, дәртәләндереү һүҙҙәре менән оҙатылды. Конкурсанттарҙы район мәҙәниәт йорто начальнигы Салауат Әбделмәнов, мәҙәниәт йортоноң методик бүлеге мөдире Розалия Хәсәнова, “Өмөт” Абҙан театры режиссеры Вәлимә Өмәтбаева, балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Екатерина Егорова баһаланы. Жюри ағзалары һәр номерҙы диҡҡәт менән ҡарап, лайыҡлы баһа бирҙе. Кәңәшләшкәндән һуң, Муллаҡай ауылының вокаль триоһы һәм “Рус биҙәктәре” халыҡ йыры ансамбле, Тамара Скрябинана I дәрәжәле Дипломға өлгәште, улар 2 апрелдә Өфөлә үтәсәк конкурстың зональ этабында районыбыҙ намыҫын яҡлаясаҡ.
2-се — Хәмзә Әлимғоловҡа һәм Юрий Дмитриевҡа, 3-сө урын Фәғим Лоҡмановҡа һәм Надежда Отряковаға бирелде.
“Вокаль башҡарыу” номинацияһында дипломдар менән “Миләштәр” фольклор төркөмө (етәксеһе Роза Әхтәмова), Мәреүә Шәрәфетдинова, Людмила Ускова, “Инйәр” вокаль ансамбле ( Гөлнара Мырҙагилдина), Фатима Мәзитова, Фәрүәз Камалетдинов бүләкләнде.
“Нәфис һүҙ” номинацияһында Бибинур Рәхмәтуллина, Зөбәйҙә Йәнешева, Галина Шалькова һәм Елена Афанасьева лайыҡлы билдәләнде.
Байрам һәр кемдә яҡты хәтирәләр, ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Физәлиә Ғәниева.
Автор фотоһы.
Фоторепортаж по ссылке clck.ru/3Hseb5