Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
26 Март 2025, 05:10

“Таҙа быуын – 2025”

Бөгөн наркомания мәсьәләһе һәр кешегә ҡағылырға мөмкин. Беҙ уның тураһында йышыраҡ һөйләйбеҙ, матбуғатта уҡыйбыҙ, шулай уҡ Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында наркотиктар ҡулланыу һөҙөмтәһендә булған фажиғәләр тураһында ишетәбеҙ. Көсөргәнешлек, стресс хәлдәренең артыуы, билдәһеҙлек, тотороҡһоҙлоҡ йәш быуында асоциаль тәртип формаларын – наркотик матдәләрҙе артыҡ ҡулланыуҙы тыуҙыра.

“Таҙа быуын – 2025”“Таҙа быуын – 2025”
“Таҙа быуын – 2025”

Районда наркомания һәм наркотик енәйәтселек мәсьәләләренә иғтибар йүнәлтеү , балиғ булмағандарҙың наркотик ҡулланыуҙың кире эҙемтәләре һәм уларҙың законһыҙ әйләнешендә ҡатнашыу өсөн яуаплылыҡ тураһында белемдәрен күтәреү; балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, комплекслы иҫкәртеү эше ойоштороу йәһәтенән “Таҙа быуын – 2025” спорт-профилактика фестивале үткәрелде. Уның сиктәрендә ауыл биләмәләрендәге профилактик иҫәптә торған балиғ булмаған балалар, шулай уҡ социаль хәүеф тыуҙырған ғаиләләр саҡырылды. Улар менән район хакимиәте башлығы урынбаҫары Динара Хисамова, йәштәр эше, физик культура һәм спорт комитеты рәйесе Алевтина Тиунова, полиция бүлегенең енәйәт эше бүлеге начальнигы Радим Хәсәнов, балиғ булмағандарҙың эше буйынса яуаплы секретарь Ләйсән Хөсәйенова әңгәмә ҡорҙо. Сарала наркотик матдәләрҙе законһыҙ рәүештә һатыу, ҡулланыу өсөн енәйәти яуаплылыҡ һәм “аҡ үлемде” иҫкәртеү буйынса һүҙ алып барылды. Һөйләшеү барышында телефон мутлашыусылары менән һаҡ булыу, терроризм һәм экстремизм буйынса һорауҙар ҙа яҡтыртылды.

Фестиваль “Мин хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” нормативтарын уңышлы тапшырыу менән тамамланды.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас