“Харьковка” тип аталған элекке утар ерҙәре йүкәлектәре һәм аҡландары умартасылыҡты үҫтереүгә ҙур мөмкинлектәр бирә. Биләмә аша билдәле “Атыш” шарлауығына юл үтә. Дөйөм алғанда урман һәм тау тәбиғәтенең матурлығы туристик йүнәлеште үҫтереүгә ҙур мөмкинлектәр аса.
Эшҡыуарҙарҙың береһе Антон Мурыжников әйтеүенсә:
— Мин сығышым менән Башҡортостандан. Эшмәкәрлек төрө буйынса — ай-ти технологиялар өлкәһендә белгес, оҙаҡ йылдар дауамында Санкт-Петербургта йәшәнем. Яҙмыш мине Өфөлә Радик Яруллин менән осраштырҙы. Ул мине умартасылыҡ өлкәһе менән таныштырҙы һәм ҡыҙыҡһындырҙы. Радик Рәүеф улының тәҡдиме менән Үрге Ләмәҙ ауылынан ете километр алыҫлыҡта урынлашҡан ерҙәрҙә ике йыл элек эшебеҙҙе башланыҡ.
Әлеге ваҡытта беҙҙең ҡарамаҡта 10 гектар ер бар, өҫтәп тағы 500 гектарҙы ҡуртымға алдыҡ. Шулай уҡ, тәбиғәтебеҙгә һәм мәҙәниәтебеҙгә иғтибарҙы йәлеп итеү ниәте менән туристик инфраструктура булдырырға, эре мөгөҙлө мал һәм йылҡы үрсетергә, бал ҡорттары ғаиләләре һанын 200-гә тиклем арттырырға, баллы ҡандала үләне, фацелия сәсергә, ярҙамсы умартасы ялларға уйлайбыҙ.
Дәүләт ярҙамы булғанда бал һурҙырыу һәм төрөү линияһын һатып алырға, урта рус бал ҡортоноң башҡорт популяцияһын солоҡтарға күсереп ултыртырға ниәтләйбеҙ.
Участкаларҙың береһенең тәғәйенләнешен ауыл хужалығынан туризмға күсереп, өс а-фрейм (өсмөйөш өйҙәр), каркаслы ҡунаҡ йорто, мунса һәм ике апийорттар төҙөү, автономлы электр менән тәьмин итеү системаһын киңәйтеү тураһында маҡсаты ла бар.
Йәнә иң мөһим эштәрҙән киләсәктә мал үрсетеү, һимертеү һәм мал аҙығын етештереүгә бесән сапҡыстар, пресс-йыйыусы һатып алыу, электр көтөүсенең тәьҫир итеү зонаһын киңәйтеү, малдарға аҙбар төҙөү, — тип үҙ пландары менән бүлеште Антон Александрович.
Әлеге көндә дөйөм һыйҙырышлылығы 400 дәдән өсөн омшаник (ҡорт баҙы) төҙөлгән. Бал ҡорто ғаиләләре һаны 76 берәмеккә еткерелгән. Тағы ла 100 баш бал ҡорто өсөн умарталарға заказ бирелгән һәм түләнгән. Бал ҡорттарын солоҡтарҙа тотоуға ҡалыптар һаны 25 берәмеккә тиклем еткерелгән.
Умартасылыҡты айыуҙан һаҡлау маҡсатынан ике периметрҙа электр көтөүсе һәм селтәр-рабицанан ҡойма тотолған. Шулай уҡ, автономлы электр менән тәьмин итеү һәм элемтә системаһын эшләү тормошҡа ашырылған. МТЗ-82.1 тракторы һәм башҡа күп һанлы аҫылмалы һәм тағылмалы ҡорамалдар һатып алынған.
Ағымдағы инвестицияларҙың дөйөм күләме 12 млн. һум тәшкил итә. Был башланғыстар бизнесты үҫтереүгә һәм районда яңы эш урындары булдырыуға, яңы туристик маршруттар әҙерләүгә булышлыҡ итергә вәғәҙәләй.
Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
— 2025 йылға республиканың төп бурысы – эшҡыуарлыҡҡа артабан ярҙам итеү һәм уны үҫтереү, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һанын арттырыу, бизнес һәм власть диалогы өсөн шарттар булдырыу. Ағымдағы йылда Төбәк лизинг компанияһы һәм Төбәк гарантия фонды активтарын арттырыу, эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү һәм инвесторҙар эҙләү өсөн бизнес-шерифтарҙың эшен көсәйтеү планлаштырыла.
Физәлиә Ғәниева.