Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
24 Март 2025, 09:41

Аҙау ауылында бер көн

– Төҙөкләндереү эштәрен башлайбыҙ. Хәҙер иң мөһиме – сүп-сарҙы йыйып алыу. Әлеге мәлдә ауыр техника менән ҡалған боҙҙо этәп ебәрәбеҙ, юлдарҙы асабыҙ. Эш күп, әммә мөмкин тиклем тиҙ-арала тамамларға ниәтләйбеҙ,- тип белдергәйне район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин.

Деревня Азово Архангельского района (24 марта 2025г.)Деревня Азово Архангельского района (24 марта 2025г.)
Деревня Азово Архангельского района (24 марта 2025г.)

Әлбиттә, был һүҙҙәр Аҙау ауылында һыу ҡайтҡандан һуң әйтелде. Тәүге көндән үк редакция хеҙмәткәрҙәре хәүефле урынға сығып, халыҡты ташҡын тураһында мәғлүмәт менән таныштырып барҙы. Йылға үҙ ярҙарына ҡайтҡас та сираттағы юлға сыҡтыҡ. Район хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә Аҙауҙа эсәр һыу мәсьәләһе киҫкен тора тип билдәләнгәс, коллектив урындағы халыҡҡа ярҙамға һыу алып барыуҙы ла күҙ уңында тоттоҡ.

Архангелдән 40-ған километр юл... Тимер юлы... Аҙау ауылы. Торлаҡ пунктына инеп кереү менән ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының “ҡыҙыл” машиналары һыуҙы һурҙырып тимер юлы аша ағыҙа. Ауылда, айырыуса мәктәпкә барып етер мәлдә тиҫтәләгән автомобилдәр, махсус техника һәм хеҙмәткәрҙәр үҙ эшен башҡара. Белем усағы – ярҙам усағына әйләнгән тиһәң, һис тә хата булмаҫ. Унда бөгөн район үҙәгенән белгестәр йыйылған. Улар матди ярҙам юллау өсөн граждандарҙан ғаризалар ҡабул итә. Бер рәттән, шәхси һорауҙар буйынса консультациялари һәм аңлатмалар бирә. Спортзалда – кейем-һалым, түшәк әйберҙәре тупланған. Теләгән һәр кем үҙҙәренәкәрәклеһен һайлай. Ашханала һыу, аҙыҡ-түлек килтерелгән. Улар мохтаждарға бирелә. Башҡа ауылдарҙан йыйылған ир-егеттәр мәктәп биләмәһендә төҙөкләндереү эштәре менән мәшғүл. Ауыл урамдары буйлап зыян күреүселәрҙең исемлеге билдәләнә.

– Ғәбдүк ауылынан ауылдан тиҙ-арала хәүефһеҙ урынға урынлашығыҙ тип, таныштар шылтыратты. Шуға ла тормош иптәшем менән Айытмәмәбткә юлландыҡ. Ике көн үткәс ҡайттыҡ. Ҡыҙғанысҡа күрә, мөлкәтебеҙ зыян күрҙе. Барыһы ла һыу аҫтында ҡалған: насос, трактор, оҫтаханала булған ҡоролмалар һәм башҡалар. Район хакимиәтенә рәхмәт белдерәбеҙ. Ваҡытында һыу, аҙыҡ-түлек менән тәьмин иттеләр. Бөгөн иһә матди ярҙам алыу өсөн ғаризалар яҙҙыҡ, тип белдерҙе Аҙау ауылында йәшәүсе Рәмил Садыҡов.

Ысынлап та, башҡараһы эштәр ауылда байтаҡ. Йорттарҙы, һарай-мунсаларҙы, ҡоймаларҙы һәм башҡаларҙы төҙөкләндереү кәрәк. Берҙәм булып, ярҙам ҡулы һуҙғанда ғына, Аҙау ауылы ташҡынға тиклем кеүек йәмле булыуына ышанабыҙ.

Архангел районының Аҙау ауылы халҡына был аҙнала уҡ ташҡын килтергән зыянды иҫәпләп, компенсация түләнергә тейеш. Башҡортостан Башлығы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ошондай йөкләмә бирҙе. Әлеге ваҡытта халыҡтан 91 ғариза ҡабул ителгән, 29 кеше компенсация алған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡануниәт буйынса һәр кешегә 10 мең һум тейеш, әммә ғаиләгә 50 мең һумдан артыҡ түгел. Аҡсаны тик милек хужалары ғына алырға мөмкин. Бынан тыш, һәләк булған малдың хаҡы компенсациялана.

  • Кешеләр мал-тыуарһыҙ ҡалды, уны 10 мең һумға һатып алып булмай. Шуға күрә беҙ компенсацияларға булдыҡ, финанслау сығанағы бар,- тине республика етәксеһе Радий Хәбиров.

Деревня Азово Архангельского района (24 марта 2025г.) 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас