Таңһылыу Ғарифйән ҡыҙы Сәғәҙәтова 1967 йылдың 8 июнендә Аҙау ауылында донъяға килә. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының рус, башҡорт теле һәм әҙәбиәттәре бүлеген тамамлағас, тыуған ауылына китапхана мөдире булып эшкә ҡайта.
Артабан хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһының “Генезис” гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәгенең кесе ғилми хеҙмәткәре, “Башҡортостан” киностудияһында тәржемәсе булып дауам итә.
1992 йылда район гәзите “Ильич байрағы”нда — хәбәрсе, һуңынан район мәҙәниәт бүлегендә методист, өлкән методист, методик бүлек мөдире, мәҙәни эш бүлеге мөдире вазифаларында тырышып хеҙмәт итә. 2021 йылда район етәкселеге Таңһылыу Ғәрифйән ҡыҙын район мәҙәниәт бүлегенең начальнигы итеп тәғәйенләй. Мәҙәниәт өлкәһендә дөйөм эш стажы 25 йылдан ашыу тәшкил итә.
Оҫта ойоштороусы, үҙ эшендә ҡуйылған бурыстарҙы хәл итеүгә һәр саҡ ижади ҡараш күрһәтә. Уның биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәләре һәр ваҡыт үҙенең төрлөлөгө менән иғтибарҙы йәлеп итте. Район йортоноң тематик сараларын видеопроекциялауҙы яңы башлап ебәрҙе.
Таңһылыу Ғарифйән ҡыҙы ауыл мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә методик ярҙам күрһәтеп кенә ҡалмай, райондың ижтимағи һәм мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша — мәҙәниәт йортоноң халыҡ академия хорында, “Йондоҙ” башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар вокаль төркөмөндә, “Йәшлек” бейеү ансамблендә сығыш яһай.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн бер нисә тапҡыр Рәсәй һәм Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Республика комитетының, районы хакимиәтенең, мәҙәниәт бүлегенең Почет грамоталары менән бүләкләнә.
Хеҙмәттәштәре араһында абруй һәм ихтирам менән файҙалана, үҙен талапсан, яуаплы етәксе итеп күрһәтә.
2024 йылдың март айында, ҡаты ауырыуҙан һуң, Таңһылыу Ғәрифйән ҡыҙы вафат була. Хеҙмәттәшебеҙҙе яҡшы һүҙҙәр менән иҫкә алайыҡ. Йәне йәннәттә булһын!
Салауат Әбделмәнов,
район мәҙәниәт йорто начальнигы.