Инйәр
+30 °С
Облачно
Новости
21 Марта 2025, 05:42

Кәмендә 486 саҡрым юл ремонтланасаҡ

Эштәрҙе 2025 йылдың аҙағына тиклем тамамларға ниәтләйҙәр. 

Кәмендә 486 саҡрым юл ремонтланасаҡКәмендә 486 саҡрым юл ремонтланасаҡ
Кәмендә 486 саҡрым юл ремонтланасаҡ

Быйыл Башҡортостанда кәмендә 486 километр юл һәм 10 яһалма ҡоролма ремонтланасаҡ. Эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы башҡарыла, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Мәҫәлән, Архангел районында Ағиҙел, Хәйбулла районында Таналыҡ, Башҡортостан менән Татарстан сигендә Октябрьский янындағы Ыҡ йылғалары аша күперҙәр һәм башҡа ҙур объекттарҙа эштәр планлаштырыла. Асҡын – Көнгәк юлының яҡынса өс, Ишембай – Воскресенск – Мәләүез трассаһының алты, Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск трассаһының 11, Миәшәгәр – Торналы – Мөрсәлим юлының өс саҡрымы һәм башҡа юлдар рәткә килтереләсәк. 

Тулыраҡ мәғлүмәт https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-03-19/k-mend-486-sa-rym-yul-remontlanasa-4162131 

Автор:Рахимов А.
Читайте нас