Һәр бер аулда йәшәүселәрҙең иң яратҡан урындарының береһе булып мәҙәниәт йорто тора. Мәҙәни усаҡтар ауылдарға йәм өҫтәй, йән өрә. Унда һәр кем рәхәтләнеп тамаша ҡарап, күңеленә ял, дәрт-дарман алырға тип килә. Барыһын да бер урынға туплап, төрлө күңел асыу саралары, байрамдар ойоштороу, ауыл халҡының рухи һәм мәҙәни ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында кемдәргәлер көн, төн тип тормай эшләргә лә тура килә.
Алдағы яҙылған шиғыр юлдарынан өҙөк, әйтерһең дә ,Көмәрле ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Гөлнара Ҡушағоловаға (Мырҙагилдинаға) арналған. Сөнки бына бик күп йылдар инде ошо еңелдән булмаған йөктө үҙ иңдәрендә алып бара.
Гөлнара һылыу үҙебеҙҙең ауыл ҡыҙы, Көмәрлелә башланғыс мәктәпте тамамлағас, белем алыуҙы Благовещенкала дауам итә һәм 1989 йылда Магнитогорск политехник колледжына уҡырға инә.
1998 йылда уны район мәҙәниәте етәкселеге Көмәрле ауыл клубына йүнәлтә һәм ул баш көллө эшкә сума. Ул хеҙмәт иткән йылдарҙа мәҙәниәт усағы йәнләнеп китә. Уҡытыусылар коллективы, ауыл йәштәре менән берлектә “Йәшлек”, “Ҡайнауыҡ”, “Йәдкәр” вокаль ансамлдәре ойошторола. Гөлнара мәктәп уҡыусыларын тәрбиәләүгә лә даими иғтибар бүлә, улар менән мауыҡтырғыс уйындар, башватҡыстар уҙғарып тора. Бер генә байрам кисәһе лә билдәләнмәй ҡалмай. Мәҫәлән, Әсәләр көнөнә арнап, күңелле сәй табыны уҙғарҙы. Өлкән йәштәгеләр был байрамдан бик ҡәнәғәт булып таралышты.
Г.Мырҙагилдина етәкселегендә үткәрелгән сараларҙы һанап бөтөү мөмкин дә түгел, уларҙың араһында “Һандыҡ сере” фольклор байрамы, “Һаумыһығыҙ ауылдаштар” (“Шәжәрә”), “Еңеү салюты” фестивале, “Ҡаҙ өмәһе” һәм әле яңы ғына “Айыҡ ауыл” кокурсы сиктәрендә “Ҡышҡы һабантуй” уҙҙы.
— Беҙ ауыл халҡы менән берлектә өс йыл рәттән “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашып, 2023 йылда районда беренсе урынға лайыҡ булдыҡ, ә 2024 йылда иһә, республика кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашып, 200 мең һумлыҡ аҡсалата приз менән бүләкләндек, — ти ул үҙ эше тураһында.
Гөлнара өсөн ауыл халҡына матур, йөкмәткеле саралар уҙғарып, уларҙың мәҙәни-ял тормошон йәнләндереп, бер аҙға ғына булһа ла донъя мәшәҡәттәренән оноттороу — иң төп маҡсаты булып тора.
Йәнә ауылдаштар менән берлектә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә гуманитар ярҙам әҙерләп ебәреү, маскировка селтәрҙәре үреү, окоп шәмдәре яһау, күстәнәскә тәм-томдар бешереү, туҡмас ҡырҡыу кеүек эштәр ҙә уның тырышлығы, тыңғыһыҙ хәстәрлеге менән башҡарыла.
Мәҙәниәт йортонда өҫтәүенә музыка ҡоралдары ла булһа, мәҙәни усағыбыҙ тормошо тағы ла сағыуыраҡ булыр ине. Был осраҡта инде тейешле ойошмаларҙың ыңғай ҡарашы талап ителә.
Зәйтүнә Ямансарова,
педагогик хеҙмәт ветераны.
Көмәрле ауылы.