Инйәр
+28 °С
Облачно
Новости
18 Марта 2025, 06:45

Айыҡ тормош – алтын торош

Көмәрлелә “Айыҡ ауыл-2025” проекты сиктәрендә шаулап-гөрләп “Ҡышҡы уйындар” байрамы үтте

Айыҡ тормош – алтын торошАйыҡ тормош – алтын торош
Айыҡ тормош – алтын торош

Халыҡтың һаулығын, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, мәҙәниәтте үҫтереү, тормошто, көнитмеште яҡшыртыу, айыҡ һәм сәләмәт тормошто пропагандалауҙы һәм халыҡты уға ылыҡтырыуҙы, үҫеп килеүсе йәш быуынды милли рухта тәрбиәләү һәм уларҙы насар ғәҙәттәрҙән ҡурсалауҙы төп маҡсат итеп билдәләгән “Айыҡ ауыл” конкурсы йылдан-йыл сиктәрен киңәйтеп, унда ҡатнашырға теләүселәр артҡандан-арта бара.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты инициативаһы менән булдырылып, Башҡортостан Башлығы гранты фонды конкурсында еңеүгә өлгәшкән “Айыҡ ауыл” конкурсы тотош Рәсәй кимәлендә лә танылыу яуланы. Йәғни 2024 йылда Стратегик башланғыстар агентлығы “Халыҡтың йәшәү сифаты” йүнәлеше буйынса Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Айыҡ ауыл” проектын “Яңы замандың иң көслө идеялары” исемлегенә индергән.
Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Жәлил Мәхәмәтйәров әйтеүенсә, был мәртәбәле конкурста районыбыҙ ауылдары йылдың-йылы ҡатнаша.
— Мәҫәлән, Убалар ауылы районда тәүгеләрҙән булып конкурста үҙ көсөн һынап ҡараһа, абҙандар 2021 йылда был етди бәйгегә ҡушылып, уның сиктәрендә бик күп эштәр башҡарҙы. Ә инде 2023 йылда көмәрлеләр районда беренсе урынға лайыҡ булды, 2024 йылда иһә, республика кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашып, бәйгенең финалына сыҡтылар һәм 200 мең һумлыҡ аҡсалата сертификатҡа эйә булдылар. Быйыл инде Көмәрле ауылы ярыштың муниципаль этабында еңеп, йәнә республика кимәленә сыҡты, — тип билдәләне Жәлил Хәйҙәр улы.
Ошо арала ғына конкурс сиктәрендә мәҙәниәт йортонда төрлө тематик кисәләр, концерттар, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарып өлгөрҙөләр. Былтыр декабрь айында республика кимәлендәге ҙур бәйге — “Ат сабышы” ойошторолдо. Ошо арала Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан иғлан ителгән Ватанды һаҡлаусылар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылына арнап “Ҡышҡы уйындар” спорт байрамы үтте.
Был көндө Көмәрле һабантуй майҙанына әүерелде. Байрамда райондың башҡа ауыл вәкилдәре лә дәррәү ҡатнашты. Сараға килеүселәр районыбыҙҙа берҙәм йәшәгән милләттәрҙең мәҙәниәте, йолалары менән танышты, уйындарҙа, бәйгеләрҙә көс һынашты, йырланы, бейене, милли аш-һыуҙан ауыҙ итте.
Йыйын Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы менән башланып китте. Район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин сәләмләп, барыһына ла яҡшы кәйеф теләне.
— Бөгөн беҙ шундай үҙенсәлекле сараға йыйылдыҡ. Бәлки кемдер ошо ваҡытта уйнап-көлөргә, йырларға нисек күңелдәре төшә, тип әйтер. Әммә бөгөнгө байрам күңел асыуға түгел, ә халыҡты берләштереүгә һәм һауыҡтырыуға, мәҙәни йолаларҙы һаҡлауға һәм уларҙы йәш быуынға тапшырыуға йүнәлтелгән. Беҙ берҙәм булғанда ғына ошо ауырлыҡтарҙы еңә алабыҙ. Иң мөһиме һаулыҡ, тыныс күк йөҙө теләйем, — тип тамамланы сығышын район етәксеһе.
Айрат Закир улы район хакимиәте исеменән Липовка ауыл биләмәһенең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны һәм “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә саралар үткәргәне өсөн Көмәрле мәҙәниәт йорто мөдире Гөлнара Мырҙагилдинаны, “Бәрәкәт” кафеһы селтәрҙәре хужаһы Илгиз Рамазановты Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне.
Липовка ауыл биләмәһе башлығы Айҙар Хәлиҡов район советы депутаттары Әлфиә Ҡотломәтоваға, Рәмилә Шәйхетдиноваға һәм ауылдың йәмәғәт тормошо әүҙемдәре Зәйтүнә Ямансароваға, Роберт Дәүләтовҡа, Динара Миңлеғәлиеваға, Вәсилә Камалетдиноваға, Азамат Ямансаровҡа ауыл хакимиәте исеменән Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Айрат Сәйетғәлин, социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫар Динара Хисамова, район Советы секретары Фәиз Йортомбаев, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Жәлил Мөхәмәтйәнов, “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Зилә Фәйзуллина, ауыл хакимиәте башлыҡтары ҡатнашлығында “Сәләмәт йәшәү рәүеше — ул тормош рәүеше” түңәрәк өҫтәле эше ойошторолдо. Уның сиктәрендә “Халыҡ менән иҫкәртеү эшенең төп өлөшө булараҡ, физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүҙе пропагандалау” (Р.Ә.Иштуғанов, Тәүәкәс ауыл хакимиәте башлығы), “Әүҙем оҙон ғүмерлелек үҙәктәрен булдырыу аша халыҡтың йәмәғәт һаулығын нығытыу” (Р.Р.Әмекәсев, Арх-Латыш ауыл хакимиәте башлығы), “Ирекмәндәр хәрәкәте һәм илһөйәрлек тәрбиә үҫмерҙәрҙә —йәштәр мөхитендә асоциаль күренештәрҙе иҫкәртеү юлдарының береһе” (Р.М.Бәхтейәрова, Благовещенка мәктәбе директоры), “Сәләмәт ауыл — айыҡлыҡ биләмәһе" (Э.З.Байгилдина, Абҙан ауылы фельдшеры) сығыштары тыңланды.
Артабан барыһы ла ярыштар үтәсәк майҙанға йүнәлде. Ә унда көс-ғәйрәт кенә түгел, ныҡышмалылыҡ та, таһыллыҡ та талап иткән етди һынауҙар, әүәл-әүәлдән батырҙар араһында үткән халыҡ уйындары көтә ине.
Уҡ атыу майҙаны ярыштан бигерәк оҫталыҡ дәресе майҙансығына оҡшап ҡалды. Мәргәнлектә ир-егеттәрҙән (17 йәштән өлкәндәр араһында) Филүс Хәсәновҡа етеүсе булманы, мәрәйҙәр һаны буйынса унан саҡ ҡына ҡалышып 2-се урынға Руслан Иштуғанов, 3-сө урынға Фәнил Гәрәев өлгәште. Үҫмерҙәр араһында Хәсәнов Алан беренсе, Хәсәнов Вилнур икенсе урын алды.
Гер күтәреү, мас-рестлинг (таяҡ тартыуҙа көс һынашыу), дартс, арҡан тартыу, сукмар ырғытыу буйынса ла ярыш ҡыҙыу барҙы. Дарста Айҙар Хәлиҡов беренсе, Илнур Шәүәлиев икенсе, Рәмис Ямансаров өсөнсө урын биләне. Гер күтәреүҙә Радмир Абдрахманов 1-се, Роберт Дәүләтов — 2-се, Тимур Ғәрифуллин 3-сө урын яуланы.
Ауырлығы 15-20 килограмм самаһы булған суҡмар ырғытыуҙа Денис Булатовҡа тиңләшеүсе булманы, 2-се урында Айнур Шәүәлиев, Тимур Ғәрифуллин иһә 3-сө баҫҡысҡа күтәрелде.
Сая ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла ярыш сәмле барҙы. Уҡ атыуҙа беренселекте Алеся Хәсәнова ҡулынан ысҡындырманы, икенсе урынға Лилиә Ғилманова өлгәште. “Ҡышҡы уйындар”ҙың еңеүселәре йәштәр эштәре, физик культура һәм спорт буйынса комитеты грамоталары һәм миҙалдары менән бүләкләнде.
Ә сәхнәнән йыр-моң өҙөлмәне. Район мәҙәниәт йорто һәм һәүәҫкәр артистар байрамға килеүселәргә дәртле йыр-моңдарын бүләк итте, тамашасылар күмәкләшеп, һикереп төшөп бейеп тә алды.
Сараның уртаһында ҡайнаған Әлфиә Рамазанова:
— Бындай матур байрамдар сәләмәт тормоштоң, яңы эштәрҙең башланғысы, бигерәк тә балалар, йәштәр өсөн яҡшы өлгөһө булыр, тип өмөт итәбеҙ, — тип үҙ тәьҫораттары менән бүлеште.
Көмәрлеләр бик ҡунаҡсыл да булып сыҡты — “Бәрәкәт” кафеһы селтәрҙәре хужалары Илгиз һәм Азамат Рамазановтар байрамға килеүселәргә тәмле былау бешергән, ауылдың уңған, әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары һәм Благовещенка мәктәбе хеҙмәткәрҙәре төрлө милли ризыҡтарҙан һағылып торған байрам табыны әҙерләгән.
Көмәрлеләргә уңыштар, республика кимәлендә лә еңеү теләнеләр. Уларҙың берҙәмлегенә һоҡланырлыҡ. Тормошта ла бит берҙәмлек, татыулыҡ иң мөһим сифат.
Физәлиә Ғәниева.
Автор фотоһы.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас