Башҡортостан Республикаһының Төбәк операторы – күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәткә капиталь ремонтты ваҡытында үткәреүҙе тәьмин итеүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән ойошма. Коммерцияға ҡарамай, йәғни эшенең маҡсаты табыш алыу түгел. Республика ҡаҙнаһы аҡсаһы иҫәбенә финанслана һәм халыҡтан килгән аҡсаны үҙ файҙаһына тотоноуға хоҡуҡһыҙ.
Районда 31 күп фатирлы йорт иҫәпләнә. Улар Архангел, Валентиновка һәм Приуралье ауылдарында урынлашҡан. Ун йыл самаһы ошо ауылдарҙағы күп фатирлы йорттарҙа ҡыйыҡтар яңыртылды, һыу менән тәьмин итеү һәм һыу таратҡыс системаһы төҙөкләндерелде, йылытыу системаһын таҙартыу, шулай уҡ фассадтарҙы, инеү-сығыу урындарын төҙөкләндерелде, дөйөм ҡулланыштағы урындарҙа тәҙрәләр яңыға алмаштырҙы һәм башҡалар.
Үткән йылда Валентиновка ауылы Баҡса урамындағы 31-се һанлы йортта, шулай уҡ район үҙәгендәге Совет урамындағы 61-се һанлы йортта ҡыйыҡ алыштырылды, бер рәттән һуңғыһында һыу менән тәьмин итеү һәм һыу таратҡыс системаһы төҙөкләндерелде. Ағымдағы йылда Архангел ауылындағы Совет урамындағы 61-се һанлы йортта электр менән тәьмин итеү сисетемаһы ремонталанасаҡ. Киләһе йылдарҙа ла күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт эштере дауам итәсәк. Районе үҙәгенең 48-се, 56-сы йорттарында һыу менән тәьмин итеү һәм һыу таратҡыс системаһы яңыртылыуы күҙаллана.
Александра Усманова,
район хакимиәтенең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы бүлегенең әйҙәүсе белгесе.