Инйәр
+28 °С
Болотло
Новости
14 Март 2025, 04:06

Муллаҡайҙа – яңы ФАП

Муллаҡай ауылында модулле ФАП асылды. Ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының Башҡортостанда беренсел һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын модернизациялау программаһы сиктәрендә төҙөлдө.

Муллаҡайҙа – яңы ФАПМуллаҡайҙа – яңы ФАП
Муллаҡайҙа – яңы ФАП

“Ҡыҙыл таҫманы” киҫеүҙә район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин, үҙәк район дауаханаһының баш табибы Юлай Мәзитов, Арх-Латыш ауыл хакимиәте башлығы Роберт Әмәкәсов һәм ауыл халҡы ҡатнашты.

Заманса талаптарға яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ пункттары урындағы һәм күрше-тирәләге ауылдарҙа йәшәгән халыҡ өсөн уңайлы. Медицина учреждениеһына килгәндә, унда бөтә коммуникациялар (ут, һыу һәм башҡалар) үткән, ҡабул итеү өсөн иркен һәм яҡты бүлмәләр эшләнгән, шулай уҡ махсус медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған.

Иң мөһиме, фельдшер Минниә Йосопова халыҡ һаулығын хәстәрләй. Тимәк, халыҡҡа тәүге ярҙам һәм башҡа медицина процедураларын эшләү өсөн квалификациялы белгес бар.

Ошондай уҡ модулле ФАП-тар Убалар һәм Зәйет ауылдарында ла асылды.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас