“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты (национальный проект "Туризм и индустрия гостеприимства")ярҙамында Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә глэмпингтар һәм кемпингтар һаны 3,6 тапҡырға артҡан. 2022-2024 йылдарҙа милли проект буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға 1,8 миллиард һум йүнәлтелгән, шуның 1,7 миллиард һумы – федераль ҡаҙнанан, 130,1 миллион һумы – республика бюджетынан һәм 2,1 миллион һумы – урындағы бюджеттан.