“Абҙан” глэмпингы эшҡыуар Зинира Кәримова тырышлығы менән яңы ғына эш башлай. Уҙған йыл ул районда үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашҡайны. Район хакимиәтендә йүнселдең тәҡдимен хупланылар. Документтар йыйыуҙа һәм ер участкаһына бәйле мәсьәләләрҙе хәл итергә булыштылар, сығымдарҙы ҡаплауға субсидия алыү мөмкинлеген аңлаттылар. Хәҙер был күркәм йорттарҙа туристар өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған.
Зинира Рифат ҡыҙы туристик тармаҡта осраҡлы түгел:
— Ғаиләбеҙ әүҙем ял итеү менән мауыға, әммә әле лә республика картаһында беҙ булмаған урындар бар. Яйлап был хыял, мауығыу хөкүмәт ярҙамы менән бизнесҡа әүерелде.
Глэмпинг ял итеүселәргә өсмөйөш рәүешендәге бөтә уңайлыҡтары булған йорттар тәҡдим итә, улар кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған: беренсе ҡатта уңайлы, иркен ҡунаҡ бүлмәһе, заманса аш бүлмәһе урынлашҡан. Шулай уҡ ҡунаҡтарға мунса һәм саф һауала йылытылған һыу инеү урыны тәҡдим итәбеҙ.
Алдағы көндәрҙә ҡунаҡтарға санала һәм һыбай ат менән йөрөү, урындағы фермер продукцияһын, ҡымыҙ һәм еләк-емеш тәҡдим итеү планлаштырыла.
Тормош иптәшем һәм балаларым минең төп ярҙамсыларым. Йәнә әлеге көндә беҙ дүрт кешегә эш урындары тәҡдим итәбеҙ, — ти ул.
Районда эшҡыуарлыҡты, шул иҫәптән туризмды үҫтереү тураһында район хакимиәте башлығының иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Виктор Пьянов:
— Бер йылда эшҡыуарҙар һәм инвесторҙар менән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматында 51 осрашыу уҙғарылды, уларҙа ете инвестиция проекты һәм 44 бизнес-ниәте ҡаралды, шуларҙың 12-һе отчет йылында тормошҡа ашырылды. Уларҙың байтағы туристик индустрия өлкәһе менән бәйле.
Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
— 2024 йылда Башҡортостан Республикаһында теркәлгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 142 мең берәмек тәшкил иткән, был 2023 йыл менән сағыштырғанда 24,3 процентҡа юғарыраҡ. Уртаса предприятиелар һаны 7,5 процентҡа, ә 263 мең самаһы кеше тәшкил иткән үҙмәшғүлдәр һаны 41,3 процентҡа артҡан.
Төбәктә бәләкәй һәм урта урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү е дәүләт ярҙамы саралары арҡаһында мөмкин булды. Уҙған йылда бизнесҡа ярҙамға 1 миллиард һум йүнәлтелде, шул иҫәптән 445 миллион һум — “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты сиктәрендә. Шулай уҡ бәләкәй һәм урта предприятиелар өсөн субсидиялар, займдар һәм гранттар бар, муниципаль бизнес-шерифтар һәм “Минең бизнесым” үҙәктәре эшләй.
Туристик сектор эшҡыуарлыҡ бизнесы өсөн көндән-көн ҡыҙыҡлыраҡ була бара. Беҙҙең матур тәбиғәтле һәм бай мәҙәни-тарихи мираҫлы районда уның үҫеше өсөн бөтә шарттар ҙа бар.
Районда туристарҙы төп йәлеп итеү нөктәләре — Инйәр йылғаһындағы “Көҙгө” шарлауығы, Ләмәз йылғаһындағы “Атыш” шарлауығы һәм “Аҫҡын” боҙ мәмерйәһе булып тора.
Республика гранттары ярҙамы арҡаһында район территорияһында Ҡыҙылъяр ауылы янында яңы “Абҙан” глэмпингы (ял итеү урыны), шулай уҡ республикала беренсе туристик ҡорамалдар прокаты пункты, Абҙан шарлауығы янында “Көҙгө” ял итеү урыны асылды. “Абҙан” туристик базаһы төҙөлөшө дауам итә. Быйыл Үрге Ләмәз ауылы янында ”Ләмәз” ҡунаҡ комплексы төҙөлә башлаясаҡ, — тип белдерҙе.
Физәлиә Ғәниева.