Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
26 Февраль 2025, 11:07

Дауаханаға — яңы ҡоролмалар

Үҙәк район дауаханаһына өс заманса УЗИ-аппарат ҡайтарылды

Дауаханаға — яңы ҡоролмаларДауаханаға — яңы ҡоролмалар
Дауаханаға — яңы ҡоролмалар

Ағымдағы йылдан медицина учреждениеларын тәьмин итеү “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” яңы милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла.
Яңы ҡорамал юғары сифатлы визуализацияға һәм заманса һүрәт эшкәртеү технологияларына эйә, шул иҫәптән 3d/4D/5D сканерлау мөмкинлектәрен киңәйтә. Датчиктарҙың күп булыуы арҡаһында ультратауыш системаһы аппаратты клиник ҡулланыу өсөн ҙур мөмкинлектәр бирә.
Заманса медицина ҡорамалдары медицина учреждениеһының диагностик ҡоролмалар арсеналын тулыландырып, ультра тауыш ярҙамында төрлө тикшеренеүҙәр уҙғарыу мөмкинлеген киңәйтә. Яңы УЗИ-аппараттары сирҙе башланып торған мәлдә асыҡларға ярҙам итә. Эске органдарҙың һәм системаларҙың патологик үҙгәрештәрен визуаллаштергән ҡоролма табиптарға ваҡытында дөрөҫ диагноз ҡуйып, тиҙ дауалай башлау мөмкинлеген бирә.
Яңы алынған УЗИ-аппараттары төрлө сирҙәрҙе диагностикалау ваҡытын тиҙләтәсәк һәм пациенттарға юғары кимәлдә медицина ярҙамы күрһәтергә мөмкинлек бирә, — ти район үҙәк район дауаханаһының баш табибы Юлай Мәзитов, даими хәстәрҙәре өсөн республика етәкселегенә ҙур рәхмәт әйтеп.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының төп маҡсаты — граждандарҙың оҙон ғүмерлелегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу планлаштырыла. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы цифрлаштырыу буйынса эш алып барыла.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
— Биш йыл эсендә һаулыҡ һаҡлау тармағын финанслауҙы бер ярым тапҡырға – 119 миллиард һумға тиклем арттырҙыҡ. Ҙур һорау менән файҙаланған объекттар төҙөйбөҙ. Заманса медицина ҡорамалдары һатып алабыҙ. Тармаҡты цифрлаштырыуҙа лайыҡлы уңыштарға өлгәшә. Беҙҙең клиникаларҙа алдынғы медицина технологиялары, ядро медицинаһы, яһалма интеллект индерелә. Юғары технологиялы хирургик операциялар үткәрелә.


Екатерина Бердникова,
ультратауыш диагностикаһы табибы.
(фото район үҙәк дауахана сайтынан алынды)

Автор:Рахимов А.
Читайте нас