Инйәр
+30 °С
Болотло
Новости
21 Февраль 2025, 17:35

Зирәклек, етеҙлек талап ителә

Ватанды һаҡлаусылар байрамы алдынан Ауырғазы күп профилле колледжы филиалдары студенттары араһында өсөнсө йыл рәттән “Зарница” ҡышҡы хәрби-патриотик уйыны ойошторолдо. Унда Архангел, Ауырғазы, Ғафури һәм Ҡырмыҫҡалы райондары ҡатнашты. Йәштәр өсөн мөһим сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналды.

Зирәклек, етеҙлек талап ителәЗирәклек, етеҙлек талап ителә
Зирәклек, етеҙлек талап ителә

Ярыштар саф  һауала, ҡышҡы ҡаты шарттарҙа уҙғарылыуы менән үҙенсәлекле булды. Көн дауамында мауыҡтырғыс бәйге үҙ эсенә армия тормошона хас күп нәмәләрҙе алды. Командирҙың рапорттары менән тантаналы сафҡа теҙелеү, мылтыҡтан атыу, автоматты һүтеп-йыйыу, ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеү, яралыларға беренсе ярҙам күрһәтеү һәм башҡалар. Был мауыҡтырғыс хәрби сараны күҙәтеүе үҙе бер ғорурлыҡ ине. Ошондай илһөйәр, көслө һәм  аҡыллы йәштәребеҙ булғанда, илебеҙгә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамаясаҡ.

Лиана Зөлҡәрнәева,

Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалының педагог-психологы.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас