«Беҙ бергә. Спорт» Бөтә Рәсәй ҡышҡы спартакиадаһының тау саңғыһы буйынса ярыштар бында үтә. Унда ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ишетеү һәләте боҙолған кешеләр. Ләкин сәләмәтлектәре ҡаҡшауға ҡарамаҫтан, тулы тормош алып баралар һәм спортҡа ғашиҡтар.
Төп саралар Өфө, Ишембай ҡалаларында һәм беҙҙең районда уҙа. Кисә Әбйәлилдә спортсылар тау саңғыһы буйынса ярыштарҙа үҙ-ара көс һынашты. Бәйгегә илебеҙҙең төрлө төбәктәренән - Мәскәү, Ханты-Мансийск, Санкт-Петербург, Сахалин, Тамбов һәм башҡа яҡтарҙан йәмғеһе 16 спортсы килгән. Уларҙы Әбйәлил районы хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаров, Рәсәй инвалидтар йәмәғәт ойошмаһының күмәк спорт бүлеге һәм Рәсәй һаңғырауҙар спорт Федерацияһы белгесе Артем Маслов, “Юбилейный” ял итеү үҙәгенең сауҙа идаралығы начальнигы Наталья Кунгуцева сәләмләне.
Мәғлүмәт https://oskon.info/news/sport/2025-02-10/by-lil-ere-sportsylar-y-arshy-aldy-4115758