

Ҡатын-ҡыҙҙар – биш, ир-егеттәр ун саҡрым арала ярышты.
Дөйөм Рәсәй һаңғырауҙар спорт федерацияһы вәкиле Мария Мерзликина белдереүенсә, сараға Рәсәй Федерацияһы субъекттарынан иң-иң спортсылар һайлап алынған. “Бөгөн, ҡышҡы Сурдлимпия уйындарында ҡатнаша алмаған саҡтарында, спортсылар өсөн был сараның үтеүе үтә лә мөһим. Саңғы уҙышы айырыуса Коми Республикаһында, Мәскәүҙә, Ханты-Манси автономлы округында, Свердловск, Владимир өлкәләрендә яҡшы үҫешкән. Был спорт төрө менән ҡыҙыҡһынған балаларҙың һаны ла йылдан-йыл арта бара”, – ти ул.
Тулыһынса мәғлүмәт https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2025-02-11/be-berg-sport-a-yrau-ar-sporty-ysh-y-spartakiada-y-dauam-it-4115898